Йәмғиәт
6 Июль 2025, 14:55

Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы ҡыҙҙары йәшлегенә ҡайтып ураны.

Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...

Бөрйән районын Баймаҡ, Йылайыр ерҙәре менән тоташтырып ятҡан Яңы Усман ауылына кисә төрлө яҡтарҙан ҡыҙҙары ҡайтты. Һағынып, ашҡынып ҡайтты улар. Боронғо, бай тарихлы ауыл үҙе осрашыуҙы айырыуса тулҡынланып көттө, күҙгә күренеп “йәшәрҙе”: урам буйҙары, ихаталар тағы ла нығыраҡ күркәмләнде, ҡоймалар, йорттар яңыртылып буялды, ҡоҙоҡ, Бетерә йылғаһы буйҙары таҙартылды, төрлө урындарға ҡыҙҙарға сәләмләү, һағыныу һүҙҙәре әйтелгән яҙмалар эленде.

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы халыҡ телендә Тарыуал тип йөрөтөлә. Был атама бөйөк “Аҡбуҙат” эпосында Һәүбәнгә һыҙма биргән һунарсы Тарауыл ҡартҡа бәйле, тип белә халыҡ. Рәсәй дәүләтенә ҡушылыр алдынан башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының ошо тирәләге Тарыуал яланына йыйылып кәңәш ҡорғаны ла билдәле. Ә. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә ауылдың Бетерә йылғаһы тураһында байтаҡ мәғлүмәт бар, Муса Мортазиндың, Әкрәм Бейешевтең китаптарында иһә 1920 йылда нәҡ Яңы Усманда Башҡорт революцион комитетының һуңғы съезы үткәрелгәне хаҡында әйтелгән. Беренсе башҡорт профессиональ рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеевтең 1933 йылда ошо төйәккә килеп, “Яңы Усман ауылы” тигән картинаһын яҙыуы ла Тарыуалдың бәҫе тураһында һөйләй.

Ошондай бай тарихлы ауылдың бөгөнгө халҡы ла тыуған төйәгенең данын һаҡлап, тырышып донъя көтә. Төрлө сараларҙы ла бергәләп ойоштороп, ғәжәп матур итеп үткәрә улар. Кисә гөрләп уҙған “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы ла барлыҡ ауылдаштарҙың күңелендә йылы иҫтәлек булып оҙаҡ һаҡланыр.

Был сараның төп ойоштороусылары – Яңы Усман мәҙәниәт йорто директоры Шәфҡәт Мәзитов, художество етәксеһе Әлфиә Норотҡолова, китапхана мөдире Эльвира Мәжитова. Улар урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ағинәйҙәр ҡоро, клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә байрамға ихлас әҙерләнгән, спонсорҙар Шәрәфулла Ҡолһарин, Ниғмәт Мәжитов, Айшат Ишморатов, Марсель Бикбулатов, Зинфира Мәзитова, Рәмис Мырҙагилдин һәм башҡаларҙың, ауыл депутаттарының ярҙамы ҙур булған.

Тыуған төйәгенә һағынып ҡайтып төшкән һәм ошонда ғүмер кисергән төрлө йәштәге ҡыҙҙарҙы иртә менән урындағы мәҙәниәт йорто янына йыйып сәләмләнеләр. Унда ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов та сығыш яһап, әлеге кеүек осрашыуҙарҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен билдәләне, изге ерен онотмаған, ҡәҙерләп йәшәгән ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт белдерҙе, йышыраҡ ҡайтып торорға саҡырҙы. Артабан йыйылған бар халыҡ күмәкләп Тарыуал урамдары буйлап үтте. Иң тәүҙә үрҙәге “Нуршәриф” мәсетенә инделәр. Унда мөслимә Таңһылыу Мәзитова ҡыҙҙарға иман йортоноң әлеге хәле, эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Әйтеүенсә, байрам алдынан ауылдың йәш егеттәре йәһәт кенә йыйылып, мәсеттең тышын, иҙәндәрен тотошлай яңыртып буяған. Үҫеп килгән быуындың ошолай ихласлығына, иманға ынтылыуына, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмауына һөйөнөп, ауылыбыҙ артабан да үҫешһен, көс-ҡеүәте арта барһын тигән изге теләктәрен әйтеп, ҡыҙҙар мәсеттә хәйер һалды, доға ҡылды.

Артабан күмәкләп аҫ яҡҡа төшөп, боронғо иман йорто урынында төҙөлгән “Хәлфетдин” мәсетенә инделәр. Бында ла тыуған ауылына, ауылдаштарына именлек, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарының рухы тыныс булһын тип теләп, ҡыҙҙар доғалар уҡыны, хәйер һалды. “Әл-хәмдү лил-ләһ, тыуған төйәгебеҙҙе ике яҡлап Аллаһ йорттары һаҡлап торғандай. Уларға өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә күпләп йөрөүе һөйөнөслө. Раббыбыҙ ошо бәрәкәттән айырмаһын, ауылыбыҙға көс-ҡөҙрәт өҫтәлә барһын”, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе Шәфҡәт Әхмәтғәзи улы.

Ҡыҙҙар артабан ҡабаҡ аҫтына – ҡотоҡҡа төштө. Элек-электән барлыҡ ауылдаштарҙы бәйләп торған урын был. Унан көн һайын көйәнтәләп үргә табан әллә күпме һыу ташыған Тарыуал ҡыҙҙары! Тырышлыҡ, сыҙамлылыҡ, көслө рухҡа юл тап ошо ҡотоғобоҙҙан башланғандыр, тиҙәр. Әле ҡунаҡтарҙы шишмә янында сағыу милли кейемдәр кейеп, ҡупшы ағинәйҙәр ҡаршыланы. Уларҙың йырҙарын тыңлап, биҙрәләренә элеккеләй сүмесләп һыу тултырҙы ла көйәнтәләп күтәреп сыҡты ҡыҙҙар. Араларында хәҙер инде туҡһан йәштән уҙған Зәйтүнә инәй Ҡолһарина ла бар ине. Ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тыуған төйәгенә йәшәгән ере Баймаҡ районынан ашҡынып килеп еткән. “Бала саҡтан ҡәҙерле ҡотоғомдоң һыуын алырға Аллаһ Тәғәләм насип итте. Шундай матур осрашыу ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Барығыҙ ҙа имен-һау йәшәгеҙ, ауылыма бәлә-ҡаза килмәһен, Аллаһ һәммәгеҙҙе лә һаҡлаһын”, – тип изге теләктәрен әйтте Зәйтүнә Ғилман ҡыҙы.

Артабан Тарыуал ҡыҙҙарын мәҙәниәт йортонда ҙур концерт көтә ине. Сығыштар араһында ҡунаҡтарға һүҙ бирелде, улар бала, үҫмер, йәш саҡтарындағы ҡыҙыҡлы ла, һағышлы ла хәтирәләре менән бүлеште, әлеге йылы осрашыу өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, ихлас күңелдән бүләктәр тапшырҙы.

Концерттан һуң ҡыҙҙарҙы мул табын янына саҡырҙылар. Ҡунаҡтар үҙҙәре лә күстәнәстәр тейәп килгән ине. Улар табын барышында йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе, тәьҫораттары, иҫтәлектәре менән бүлеште, аҙаҡ төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Ауылда борондан килгән йола буйынса, ойоштороусылар ҡунаҡтарҙың һәр береһенә күстәнәс таратып бирҙе, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Кискеһен иһә ҡыҙҙар, йәш ваҡыттағыса, күмәкләп клубҡа бейеүгә сыҡты.

– Беҙҙең Тарыуал ҡыҙҙары бөтә яҡлап һоҡланғыс – уңған, матур, сабыр, ихлас, һөйкөмлө. Ошо күркәм сифаттары арҡаһында бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа шундай йылы мөхиттә үтте, барыһы ла ыңғай булды, – тине ойоштороусылар. – Ҡыҙлы йорт – ҡотло, нурлы йорт, тиҙәр. Уртаҡ йортобоҙ булған ғәзиз ауылыбыҙҙан артабан да ҡот, нур китмәһен. Ҡырҙа йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙ гел генә ҡайтып йөрөһөн, онотмаһын. Уларҙы тыуған Тарыуалдары, ауылдаштары һәр саҡ көтә, һағына, ярата.

Фотолар Таңһылыу Мәзитованан алынды.

Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Ҡайтам әле тыуған яғыма, кемдәр унда мине һағына...
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас