

Зилә Мөхәмәт ҡыҙы менән Фадил Ямалетдин улы Хәсәновтар бала саҡтан яҡшы таныш. Икеһе лә Туймазы районының Самсыҡ ауылында тыуып үҫкән, бер үк мәктәптә уҡыған, ут күрше булып йәшәгән.
Фадил хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, матур булып буй еткергән Зиләгә ғашиҡ була. Техникумда уҡыған, ҡулынан бөтә эш килгән, йорт һалған егет ҡыҙҙың күңелен яулай. Был саҡта Зилә етем ҡалып, хужалыҡты бер үҙе алып барған була. Йәштәр өйләнешә.
Икеһе лә хеҙмәт юлдарын нефть тармағында үткәрә. Пенсияға сыҡҡас, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә башлайҙар. 30 сутый ерҙә теплица ҡоралар, йыл да ҙур уңыш алып ҡыуанаар. Әлбиттә, рәхәтләнеп, йоҡо туйғансы йоҡлау эләкмәй. Тәүлегенә өсәр сәғәт кенә йоҡо эләгә. Ихата тулы мал-тыуар, биш баш һыйыр, башмаҡ-быҙауҙар, ҡош-ҡорт... Хәҙер өлкәндәр ҡош-ҡорт ҡына аҫраһа ла, мәшәҡәттәре етерлек.
– Әрләшергә лә ваҡыт юҡ, иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндә, – тип шаярта хужабикә.– Пенсияла тыныс ҡына ятып булмай. Фадил – ауыл старостаһы, зыяратты ла ул ҡарай. Самсыҡ ауылындағы тәртип өсөн яуап бирә.
Хәсәновтар 53 йыл инде бергә. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, биш ейән-ейәнсәрҙәре бар. Йорттарында өлгөлө тәртип, таҙалыҡ. 50 сутый йәшелсә баҡсаһында сүп әҫәре күрмәҫһең. Йәшелсә өлгөрә, еләк бешә, сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Был тынғыһыҙ пенсионерҙарға ҡарап, уларҙың, ысынлап та, бәхет рецебы булыуына ышанаһың. Бер-береңә хөрмәт, ышаныс һәм хеҙмәттән алда, әлбиттә, мөхәббәт йөрөй. Тик ул һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә.
Фото: ”Туймазинский вестник” гәзите.