

8 июль – Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең төркөмөндә “Илебеҙ даны – өлгөлө ғаиләләр” тигән конкурс үткәрҙек. Унда төбәгебеҙҙең төрлө райондарынан уңған, рухлы һәм өлгөлө ғаиләләре дуҫтары, туғандары, таныштары, төркөмдәштәре ярҙамында тауыш йыйып, еңеүгә ынтылды.
Еңеүселәргә шәп бүләктәр әҙерләнгән.
Беренсе урын - Бөрйән районының "Сәйәхәт" Этнойортона ике кешелек сертификат!
Икенсе урын - Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең магазинынан китаптар алыу өсөн сертификат.
Өсөнсө урын - "Башҡортостан" гәзитенең йома һанына яҙылыу көтә.
Шулай уҡ еңеүселәребеҙгә редакциябыҙҙың Дипломдары тапшырыла һәм улар тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәлә донъя күрәсәк.
Шулай итеп vk.com/app7198399_-10496550...
иң күп тауышҡа Йылайыр районынан Гөлиә һәм Рәфис Мостафиндар эйә булып, 1-се урын яуланы. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
2-се урынға Баймаҡ ҡалаһынан Гөлсинә менән Илдус Зәйнуллиндар сыҡты.
3-сө урын - Ауырғазы районынан Илвира һәм Шамил Хәбибуллиндарҙа.
Барығыҙҙы ла еңеү менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ именлек, татыулыҡ, уңыштар, бәхет юлдаш булһын, йорттарығыҙҙа балаларҙың шат тауыштары ғына яңғырап торһон!