Йәмғиәт
7 Июль 2025, 07:00

Еләк йәки сейә менән бешерергә була

Бүздәк уңғанының бәлеше гел уңып бешә.

Еләк йәки сейә менән бешерергә булаЕләк йәки сейә менән бешерергә була
Еләк йәки сейә менән бешерергә була

Арабыҙҙа аш-һыуға оҫта гүзәл заттар шул тиклем күп. Уларҙың береһе Бүздәк районының Ахун ауылынан Гөлназ Хәмәтшина “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән еләкле бәлеш рецебы менән уртаҡлашты.

Был тәмлекәсте бешереү өсөн 3 йомортҡа, 200 грамм аҡ май, 150 грамм шәкәр ҡомо, 250 грамм он, 10 грамм йомшартҡыс (разрыхлитель), 300 грамм магазин ҡаймағы кәрәк, 400-500 грамм еләк йәки ҡурай еләге, сейә алырға мөмкин.

– Майҙы йомшартып, 100 грамм шәкәр менән бутайһың, өс йомортҡа һалаһың, онға йомшартҡысты ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың, керамик һауытҡа яйлап ҡул менән йәйәһең.

Уның өҫтөнә еләк һалып, мейескә 150-160 градусҡа 40 минутҡа бешерергә ҡуяһың. Бешеп сығыуға ҡаймаҡҡа 50 грамм шәкәр ҡомо һалып, бутап, талғын утта иретәһең, ләкин ҡайнатмайһың. Бәлеш әҙер булғас, өҫтөнә һалаһың. Аштарығыҙ тәмле булһын! – ти Гөлназ Фаяз ҡыҙы.

Фото: аш-һыу оҫтаһыныҡы.

Еләк йәки сейә менән бешерергә була
Еләк йәки сейә менән бешерергә була
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас