Йәмғиәт
8 Июля 2025, 18:05

Өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән

 Беҙҙә ундай хәл булғаны бар инеме икән?

Өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгәнӨс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән
Өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән

Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылынан Александра Илфир ҡыҙы һәм Руслан Фәрит улы Ғәбитовтарҙың ғаиләһендә әһәмиәтле ваҡиға – өс ҡыҙ баланың донъяға килеүе теркәлде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Юстиция дәүләт комитеты.

Ҡыҙсыҡтарға Маргарита, Эмилия һәм Кристина тип исем ҡушҡандар. Хәҙер йәш Ғәбитовтар ғаиләһендә биш бала үҫә: өлкән ҡыҙҙары Ольга һәм улдары Иван кескәй һеңлеләре менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

Бөгөн, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, тантаналы шарттарҙа район башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Хәтмуллин бәхетле ата-әсәләргә балаларының тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырған.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас