

“Ҡасан һуңғы туҡталыш, әйтегеҙсе, кешеләр?”
Автобуста аяныслы ваҡиғаға шаһит булынды. Бындайҙы кинола күргәндә лә ысынбарлыҡта булыуы мөмкин түгел хәл, йәғни артыҡ шаштырыу һымаҡ ҡабул ителәлер ул.
“Үҙәк баҙар” туҡталышында ишеге асылған автобусҡа инмәй тартҡылашҡан ике ҡатын ҡыр талаша ине. Йәшерәге теләһә ниндәй һүҙҙәр ҡулланып олоһон йән асыуына автобусҡа табан этә, беләгенә һуғып та ебәрә, уныһы әллә нимәһенә арҡырыланып инмәҫкә маташа. Туҡталышта торған бар кеше ишетерлек итеп аҡырышалар. Башҡалар йәшерәгенә килеп иҫкәртеү яһағас, теге: “Не встревайте! Это моя мама!” – тип кенә ажғырҙы. Автобус ғәҙәттәгенән оҙаҡҡараҡ тотҡарланып торғас, оло ҡатынға бер ир ярҙам итергә булып, ипле генә терһәгенән тотоп, әйҙәгеҙ, бабуля, тип яйлап ҡына менергә булышты. Сит кешегә ҡарышып торманы уныһы. Был ҡатын күрмәй ҙә икән, аяғын шыуҙырып, һәрмәнеп кенә килеп менде. Ингәс тә талаш тынманы, бар салонды яңғыратып йәш ҡатындан әсәһенә ҡарата әр-битәр, кәмһеткес һүҙҙәр яуҙы ғына: “Дура! Ненормальная!..” Тағы әллә ниндәй бәйләнешһеҙ һүҙҙәр теҙмәһе... Ой, әсәһен ҡайһылай ыҙалата тип уны йәлләп ултырғанда теге әбей ҙә... ҡыҙына иң әшәке һүҙҙәрҙе атты, хатта “прости...ка” тиеүҙән дә тартынманы. Еңел генә әйтте уны, тауышы үҙенең сағыу, хатта ҡырҡыу яңғыраны.
Әбей ҡыҙы янына ултырыуҙан ҡырҡа баш тартып, ят кешеләр яғына тентерекләп барып баҫты, унда ла теге ир йомшаҡ ҡына тотоп аҫтағы урындыҡҡа ултырырға ярҙам итте. Береһе артҡа ҡарап, икенсе алға ҡараған урындыҡҡа, йәғни ҡара-ҡаршы ултырып, ирешеүен дауам итте былар. Уларҙың өҙөк-йыртыҡ ҡысҡырышыуынан был ғаиләнең бар тормош-көнкүреше күҙ алдына баҫты ла ҡуйҙы. “Беләм инде һинең минең фатир өсөн генә йөрөгәнеңде! Посудомойка! Эшкә лә урынлашырға теләмәйһең, алкашка!” - тине әбекәй. Ҡыҙы ла ныҡ ҡыҙған, әҙәп тигән нәмәһе юғалған, үҙен тота алмай ҡалтыранып ҡаршы ирешә: “Нимәгә һинең фатирың, үҙемдеке ике бүлмәле! Әле бына һин минең аҡсаға кататься итеп йөрөйһөң, иҫәр!” “Өс көн буйы килеп ашатманың, ә бөгөн ниңә килдең, аҡса кәрәк булдымы? Бар-бар үҙ юлыңа! Күргем дә килмәй һине!” - ти әсә. “Ә-ә шулаймы ни әле! Улайһа, бар үҙең генә ҡайт!” тип зәһәрләнеп ҡыҙы киләһе туҡталышта һуҡыр әсәһен ҡалдырып төштө лә китте. “Яттар миңә лучше ярҙам итә. Күршеләр ҙә яҡшы. Нисек тә ҡайтып етермен әле, һиңә ҡалған көнөм юҡ! Ҡасан һуңғы туҡталыш, әйтерһегеҙ әле, кешеләр?” тип ҡысҡырып һөйләнде әбей. Бар автобус хор менән: ”Әйтербеҙ-әйтербеҙ”, - тип яуапланы. Ә бер ҡатын уның өйөнән дә булып сыҡты, ул оҙатып барырға ризалашты...
Бар халыҡ был күренеште көлөп күҙәткәндә, минең сикә буйлап үҙенән үҙе күҙ йәштәре аҡты, уны туҡтатырлыҡ та әмәл юҡ ине... Оло кешенең көсһөҙлөгөн күрһәм былай ҙа йомшарам, уға тағы иң яҡын булырға тейешле кешеләрҙең үҙ-ара хаяһыҙ мөнәсәбәтенә шаһит булыу ҙа өҫтәлде.
Көлкө хәл түгел был, ә бер ғаиләнең фажиғәһе - быны һәр кем аңлағандыр һәм үҙенсә һығымта яһағандыр. Кемеһендер ғәйепләп, икенсеһен аҡлап булмай торған осраҡ был. Кеше тормошон белмәйбеҙ бит, бынау йәш ҡатын үҙе лә бәләкәйҙән йүнле мөнәсәбәт күрмәй үҫкән булһа, хәҙер унан ниндәй яҡшылыҡ өмөт итәһең инде?! Оло кешенең түҙгеһеҙ холҡонан арыған бәғерһеҙ, тәрбиәһеҙ бала һәм ҡарт көнөндә яҡындарынан ихтирам, хәстәрлек күрмәгән әсә... Бик аяныслы күренеш...
Хоҙайым бындайҙы беребеҙгә лә күрһәтмәһен. Балаларға тәүфиҡ, ололарға ғүмерҙәре ахырынаса аңлы тормош, сабырлыҡ, тыныс күңел насип итһен ине.