Йәмғиәт
10 Июль 2025, 16:00

“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”

Бәхетле өләсәйҙең бәхетле ейәнсәре һәм ейәндәре тураһындағы матур яҙма берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”
“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”

Йәмле йәйҙәр етеү менән ҡалала йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәр туптырҙашып ауылға ағыла, шөкөр. Саф һауала көнө буйы уйнап, йүгереп, һикереп рәхәтләнеүҙәре үҙе бер бәхет... “Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”, тип яратып яҙа социаль селтәрҙә улар хаҡында өләсәйҙәре – Бөрйән районының Яңы Усман ауылында йәшәүсе Рузалия Ҡаһарманова. Бер ейәненең ҡайтып китеүе хаҡында ла ҡалай матур яҙған өләсәй:

“Теге өсәүемдең берәүһе Өфөһөнә ҡайтырға юлланды.
Ишек алдым шымып ҡалды....
Бәләкәй генә булып, һәр ергә һыйып, йә ҡоштар яғынан, йә урам яғынан тетә баҫып, юртып йөрөгән күгәрсенем осто Өфөһөнә...
Тәүге көн ҡайтҡанында ауылға, үлән араһына сумып, тора алмай ике ҡулын күккә сөйөп оран һалып ятҡан балам ағаһы менән апаһы ыңғайына шәбәйҙе лә китте.
Тотоп алып булмай: ҡапҡа аҫтынан сығып һыҙһынмы, апаһының "домик"тарына инеп сәскәһен ҡолатып, эш боҙғанын аңлап, тыштан шытырлатып бикләп, өйгә табан һыҙһынмы...
“Ауылский” ағаһы тәҙрәнән сығып, апаһын асып сығарған.
Аҙаҡтан ағаһы көйөп китеп, "Эмиржан, ҡайтып кит Уфаға" тип әйтеүе... Үҙен белмәй ҡайҙан ҡайтҡанын)))
Үҙе лә баш ҡаланан ҡайтҡанынын онотҡан берәү))
Ейәндәр менән әйләнә көнөбөҙ. Мультик һорарға ваҡыттары ла ҡалмай. Телефонға ҡулдарын һуҙырға уларҙың ваҡыттары юҡ: себеш көтәләр, минең менән хатта ҡуша тороп ҡоймаҡ ҡойошалар, тас ата-әсәләре үҫкән мәлдәге кеүек, ҡойған һәр ҡоймаҡ тәрилкәнән төшөп кенә тора ейәндәрҙең ҡулдарына!
Бына ҡайҙа ул бәхет...
Әлеге мәлем бәхетле минең! Ошо үҙе бәхет!
Еләктән ҡайтҡаныңды көтөп торалар, һөт айыртыу үҙе бер байрам. Сиратта торалар өсәүләшеп, ҡасан ҡаймаҡ аға, тип.
"С" витамины тип һуған ҡыйыҡтарын услап-услап ташып мине һыйлауҙары (етәр һиңә, ауырыйым тип мыжыма, өләсәй, тигән уй менән йөрөгән кеүектәр)))
"Ауылский улым" витамин нимә икәнен белә, ҡустыһы менән апаһына ла өйрәтеп бөттө.
Һуған түтәле хәҙер бураҙнаға оҡшап ҡалды ул.
Короче, күңелле өләсәй булыу!
Бынау ямғыр ҡоя ғына. Аяҡ кейемдәрен сисеүҙәре була был өсәүҙең, сығыуҙарына ҡаталары йөҙөп йөрөй һыуҙа))
Ике өй араһында өләсәй йөкмәп ташый ейәндәрен...
Был метод - "йөкмәү" өләсәйемдән ҡалған. Мәхмүзә өләсәйемдең мине йөкмәп үҫтереүе күңелемдә йылы бер иҫтәлек булып һаҡлана.
Шул йылылыҡты мин дә ейәндәремә биргем килә - Өләсәй йылыһын...”, тип яҙа Рузалия өләсәй.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”
“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”
“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”
“Теге өсәүем. Донъям йәме, донъям биҙәге, донъям ҡото ейәндәрем”
Автор:Карима Усманова
Читайте нас