

Башҡортостан Журналистар союзы һәм БР Йәмәғәт палатаһы тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшәсәк. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов менән Йәмәғәт палатаһы башлығы Данияр Абдрахманов хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Тантана бөгөн Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә үтте. Яҡтар дуҫ булмаған көстәрҙең Рәсәй тарихын яңынан яҙырға һәм ил халыҡтарына сит ҡиммәттәрҙе көсләп һалырға маташыуына ҡаршы тороу, шулай уҡ хәрби-сәйәси коллаборационизмға ҡаршы көрәш өсөн берҙәм мәғлүмәт киңлеге булдырырға ниәтләй.
Бынан тыш, килешеү төрлө кимәлдәге власть ҡарарҙарын ҡабул иткәндә йәмәғәт фекерен иҫәпкә алыу механизмын камиллаштырыуҙы һәм граждандар йәмғиәтен туплау буйынса берлектәге проекттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.