Йәмғиәт
11 Июль 2025, 17:15

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Кинйәғол ағайҙы республика халҡы “башҡорт Робинзоны” тип белә ине. Уны тыуған ауылында ерләйҙәр, тип хәбәр иттеләр

Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...
Ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Бөгөн ҡайғылы хәбәр алдыҡ – Белорет районының Собханғол (Урман Рәүәт) ауылында бер үҙе генә йәшәйгән Кинйәғол Зымран улы Сәлимгәрәев вафат булып ҡалған. Ошо хаҡта яҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов хәбәр итте.

Кинйәғол ағайҙы республика халҡы “башҡорт Робинзоны” тип белә ине.

Ул илле йылдан ашыу бер үҙе генә төпкөл ауылды донъя көтә. Өлкән йәштә булһа ла картуфын да ултырта, баҡса ла үҫтерә, бал ҡорттары ла тота. Уны яҡташтары данлы һунарсы итеп тә белә - 80-гә яҡын айыу алған.

Ул әрмелә саҡта бер тапҡыр табипҡа күренгән, шунан бирле медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итмәгән. Ауырығанда иһә үләндәр менән дауаланған. Ул сәләмәт тормош рәүешен алып бара.

Кинйәғол ағайға 92 йәш ине. Уны иртәгә, 11 июлдә, йәшәгән ауылында – Собханғолда (Урман Рәүәттә) ерләйәсәктәр. Хәҙер инде был төбәк тә етемһерәп ҡалыр инде – һуңғы уҙаманы ла китеп барҙы бит.

Фото: Искәндәр Ғәзизовтың архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас