

Туймазы районындағы Ҡандра ҡасабаһының Матросов урамындағы 3-сө йорт эргәһендәге матурлыҡ күҙҙәрҙе ҡамаштыра, аллы-гөллө сәскәләр генә түгел, ағастан һырлап эшләнгән һындар ҙа ғәжәпкә ҡалдыра. Роза ҡыуаҡлыҡтары, гортензиялар, лилиә, настурция һәм вербендар биләмәне йәмләгән, ҡайһы берҙәре әкиәттәге Мәскәй әбейҙең йортонда, тирмәндә, паровоздарҙа урын алған. Аҡ таштарҙан яһалған йылға аша һалынған бәләкәй генә ҡупшы күпер сәскә араһына сумған.
Был матурлыҡты ирле-ҡатынлы Айгөл һәм Александр Федоровтар тыуҙырған. Подъезд алдындағы участканы төҙөкләндереү эше менән бынан алты йыл элек шөғөлләнә башлайҙар. Был ғына аҙ тойола, күрше биләмәне лә сәскәгә күмәләр.
Хәҙер күршеләр ҙә уңған, тиктормаҫ Федоровтарға ярҙам итергә тырыша. Кемдер пион бүлбеләре, кемдер орлоҡ килтерә. Хужалар ял итергә киткәндә түтәлдәрҙе ҡарап, тәрбиәләп тороусылар ҙа бар.
– Тәүге йылда сәскәлекте тапап сығып китеүселәр ҙә була торғайны, хәҙер халыҡ матурлыҡты ҡәҙерләргә, кеше хеҙмәтен баһаларға өйрәнде, сәскәләрҙе өҙмәйҙәр, – ти Айгөл ханым.
Фото: “Туймазинский вестник”.