

Бөрө ҡалаһында быйыл бишенсе тапҡыр Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика фестивале гөрләне. Сарала төрлө тематик йүнәлештәге майҙансыҡтар булдырылғайны.
Шуларҙың иң үҙенсәлеклеләренең береһе – “Ғаиләнең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө” тип аталған интерактив күргәҙмә. Бында ҡуйылған милли ихаталарҙа Бөйөк Ватан һуғышының төрлө осоро сәхнәләштерелде.
Рус ихатаһында туй бара. Йәштәрҙең бәхетен ҡәһәрле “һуғыш башланды” тигән хәбәр өҙә...
Татар ихатаһында егетте фронтҡа оҙаталар... Был күренеште ҡараған тамашасыларҙың күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтырай.
Сыуаш ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға – фронттан хат килгән! Өҫтәл тирәләй ултырып, яҡындарынан алған остоҡ хәбәрҙе тыңлаған ғаилә ағзаларына ошо мәлдә шунан да артыҡ бер ни кәрәкмәй.
Удмурт ихатаһында фронтҡа ебәрергә тип посылка әҙерләйҙәр. Күпме һағыш, өмөт был ғәмәлдә!..
Мари таланттары әҙерләгән сәхнәлә – яу яланындағы һалдаттарҙың ҡыҫҡа ялға туҡтаған мәле. Ҡәҙерле, кемдәрҙер өсөн башҡаса һис ҡабатланмаҫ минуттар...
Башҡорт милли ихатаһында ҡанһыҙ һуғыштан оло Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршылайҙар. “Еңеү!.. Ура-а-а!!!” – тигән шатлыҡлы ауаздар яңғырағанда, ҡала майҙанында байрамға йыйылған халыҡ та ҡушылып ҡысҡыра. Сценарийҙа яҙылмаған, әммә йөрәк түренән ирекһеҙҙән бәреп сыҡҡан ошо өндәү бында йыйылған халыҡты берләштерә, әлеге көнөбөҙ менән ауаздашлыҡ ҡыла, ҡаҡшамаҫ өмөт булып та яңғырай.
Милли ихаталарҙы байрамға килгән республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡарап сыҡты. Башта Хәбировтар ғаиләһе Петр менән Феврония һәйкәленә сәскә һалды, ғүмерҙәренең иҫтәлекле мәлен кисергән йәш парҙы ғаилә ҡороуы менән ҡотланы. Артур менән Анна өсөн был көн ысын-ысындан иң иҫтәлеклеһе булып ҡалыр, моғайын.
Фестивалдә Бөрө ҡалаһы, районы тураһындағы урам күргәҙмәләрен дә ҡарарға мөмкин ине. Улар Бөйөк Ватан һуғышы, МХО-ға ярҙам сараларына арналған. Башҡортостан етәксеһе был экспозицияларҙы ла ҡараны, махсус хәрби операция ветерандары менән аралашты, яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙа әүҙемлектәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.
А.Кабанова, А.Данилов фотолары.