Йәмғиәт
12 Июль 2025, 10:00

"Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым"

Рөстәм Нәбиевтең ҡатыны Индира социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә әҫәрләндергес яҙма һалған. 

"Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым""Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым"
"Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел блогер һәм сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиевтең улы донъяға килгән ине. Баҡтиһәң, Таирға бер ай тулып та өлгөргән. Был хаҡта бәләкәстең әсәһе Индира Нәбиева үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр иткән.

"Беҙҙең тәүге бәләкәй генә дата. Шул тиклем бер ай тиҙ үтте, улыбыҙ ҙа бик  тиҙ үҫә. Тик күпме күрергә, өйрәнергә, һине был мөғжизәле донъя менән таныштырырға кәрәк. Бөтәһе лә алда әле. Беҙ һәр ваҡыт яныңда булырбыҙ!

Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым.

Бәхетле һәм һау бул, беҙҙең ҡояшыбыҙ", -тип яҙған бәхетле әсәй.

Беҙ ҙә кескәй сабыйға һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Сығанаҡ һәм фото: Индира Нәбиеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

"Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым"
"Беҙ һине шул тиклем көтөп алдыҡ, улым"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас