Йәмғиәт
12 Июль 2025, 16:25

Ете сәғәтлек тамуҡ...

...Ҡысҡырыш, ғазаплы уфтаныуҙар башланды. Миндә – паника. Илайым, ярҙамға саҡырам. Әммә берәү ҙә яуап бирмәй. Әсәкәйем, минең үлгем килмәй, тим...

Ете сәғәтлек тамуҡ...Ете сәғәтлек тамуҡ...
Ете сәғәтлек тамуҡ...

2015 йылдың 12 июле - Омск ҡалаһында казарма емерелгән көн. Был фажиғәле ваҡиғаға бөгөн 10 йыл. Ошоға бәйле яҡташыбыҙ, ҡот осҡос хәлдән һуң ике аяҡһыҙ ҡалған, әммә һынауҙарға бирешмәйенсә, ғаилә ҡороп, хәҙер инде өс балаға атай булып, күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәгән Рөстәм Нәбиевтең яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

– Тормошомдоң “уға тиклем” һәм “унан һуң”ға айырылғанына бөгөн теүәл 10 йыл.

Барыһы ла ҡапыл булды. Йоҡларға әҙерләнә инек. Мин икенсе ҡатта, тәҙрә янында. (Видеояҙмала – өсөнсө ҡат). Рота буйынса дежур: “Йүгерегеҙ!” – тип ҡысҡыра башланы. Уның яғына башымды бороп ҡына өлгөрҙөм, шул саҡ, 1,5 секунд эсендә, хеҙмәттәштәрем менән бергә емерелгән казарманың әллә күпме тонналыҡ плитәләре аҫтында ҡалдыҡ. Тереләй ерләнгәндәй... Был хәл шул ҡәҙәр тиҙ булды, аңлап та өлгөрмәнек.

Күҙ асҡыһыҙ, түҙгеһеҙ ҡараңғылыҡ. Бөтә яҡлап ҡыҫылғанмын, тәнемдең бер ағзаһын да ҡыбырлата алмайым. Ошо минуттан ысын тамуҡ башлана.

Кемдер шундуҡ йән биргән, кемдер – бер аҙ ваҡыттан.

Мин беренсе ҡаттың иң төбөнә ҡолағанмын. Өҫтөмдә – емерелгән казарманың дүрт ҡаты. Тәүге биш минутта – тынлыҡ. Аңымдамын, нимә булғанын аңламайым. Беренсе уйым: шартлаумы? Кемдер казармаға граната индергәнме?

Унан ҡысҡырыш, уфтаныуҙар башланды. Миндә – паника. Илайым, ярҙамға саҡырам. Әммә берәү ҙә яуап бирмәй. Әсәкәйем, минең үлгем килмәй, тим...

Ул саҡта хәлдең ниндәй икәнен күҙ алдына килтермәй инем. Үҙаллы сығырға ла маташтым. Мине баҫҡан нәмәне арҡам менән этергә тырышам. Һәм, тойоуымса, тимергә төртөләм. Аҙаҡ асыҡланыуынса, бетон плитәнән сурайып сығып торған арматура булған икән. Шок сәбәпле ауыртыуҙы тоймағанмын.

Бер аҙ ваҡыттан үҙем кеүек емереклектәр аҫтында ҡалғандарҙың тауышын ишетә башланым. Барыһы ла илай, ҡысҡыра, ярҙамға саҡыра. Әсәй, зинһар өсөн, ҡотҡар мине, тиҙәр. Әсәй, ярҙам ит, тиҙәр.

Кемеһелер менән хатта һөйләштем дә. Үҙемде ҡулға алып, башҡаларҙы тынысландырырға тырыша башланым. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, тим. Беҙҙе мотлаҡ ҡотҡарасаҡтар. Тик әҙерәк кенә сабыр итәйек, тим.

Бер мәл ғыжылдау тауыштары ла ишетелә башланы. Уларҙың нимә икәнен шундуҡ аңланым. Тап ошо ваҡытта кемдер мәңгелеккә китә...

Миңә лә күп ҡалмағанын аңланым. Аяҡтарымды, ҡулдарымды тоймайым. Яйлап аңымды юғалта башланым. Тағы илайым, үлгем килмәй. Барыһы менән бәхилләшә, һәр береһенән ғәфү үтенә башлайым.

Индира менән бәхилләшәм. Тағы ла нығыраҡ илай башлайым.

– Әсәкәйем, тиҙҙән һине күрәсәкмен, – тим.

Күҙҙәрем йомола. Тын алыуы ауыр, һауа бөтөнләй етмәй. Күҙҙәр, ауыҙым – барыһы ла саңда.

Үлем көткәндә ҡотҡарыусыларҙың тауышын ишетә башлайым. Ҡайҙандыр көс килгәнен тоям. Көрәш өсөн көс. Әйтерһең, кемдер миңә ярҙам итә. Тик кем һуң?

– Мин бында. Мин иҫәнмен! – тип ҡысҡырам бар хәлемә.

Кемдер килеп сыға.

– Һалдат, беҙ һине таптыҡ. Әҙ генә сабыр ит. Һине һөйрәп сығарабыҙ.

Бер сәғәт үтә. Ике. Техника тауышы ишетелә башлай.

– Һалдат, һин тереме?

Хәлем инде ныҡ ауыр. Һуңғы көсөмә өндәшәм:

– Эйе, иҫән...

– Һине сығара алмайбыҙ. Түҙ, һалдат. Сабыр ит.

Көсөм юҡ ине инде. Күҙҙәрем йомолғайны. Бөттөм, тим. Битем буйлап тағы күҙ йәштәре тәгәрәй.

Тағы 40 минут самаһы ваҡыт уҙа. Ишетәм: ҡаҙалар. Һәм бер мәл ҡараңғылыҡтан нур бәреп инә. Башымды күтәрә бирәм дә, йәшәйәсәкмен, тим...

Емереклектәр аҫтында ете сәғәт ятҡанмын. Мине тереләр араһында иң аҙаҡтан тартып сығарғандар. Был фажиғәлә 24 кеше һәләк булды... - тип яҙҙы бөгөн Рөстәм Нәбиев.

Яҡташыбыҙға рух көсө, ныҡлыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. 

Фото һәм видеояҙма Р. Нәбиевтең Телеграмдағы каналынан алынды.  

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас