Йәмғиәт
15 Июль 2025, 04:00

Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"

Әбйәлил районы Әбдрәш ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" тигән бик матур сара үткән

Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"
Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"

Һуңғы ваҡытта республиканың күп ауылдарында йәнә бер матур байрам барлыҡҡа килде. "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" тип аталған сарала тыуған ауылдарынан ситтә йәшәгән ауыл ҡыҙҙары бала һәм йәшлек саҡтарына әйләнеп ҡайта: сәстәренә төрлө сағыу таҫмалар бәйләп, яурындарына көйәнтәләрен һалып йылғаға һыуға бара, әхирәттәре менән осраша, табын артында йыр -моң дауам ителә, төрлө фекерҙәр яңғырай, ауыл хаҡында уйланыу, хәтерләүҙәр башлана.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Әбдрәш ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” тигән бик матур сара уҙған.

"Байрам обелискыға сәскә һалыуҙан башланды. Ауыл мәҙәниәт йортонда Айгөл Айбулат ҡыҙы, Наилә Зөлфәр ҡыҙы етәкселегендә әҙерләнгән матур концерт уҙҙы. Китапханаға ҡыҫҡаса экскурсия ойошторолдо. Китапханасы Ибраһимова Н.З. күргәҙмәләр, китапхана торошо менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар китапханаһыға китаптар, балалар өсөн өҫтәл уйындары бүләк иттеләр. Артабан элекке ваҡыттағы һымаҡ йәш ҡыҙҙар, апайҙар «Һыу юлы» йолаһы буйынса биҙәкле биҙрәләрен көйәнтәләргә элеп, урам буйлап "Үле Ҡыҙыл" шишмәһенә юл тотто. Юл буйына күңелдәрҙе күтәреп ҡыҙҙар үҙҙәренең йырлап үҫкән элекке йырҙарын көйләне.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Сатина ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙарына маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡатындарға рәхмәтен белдерҙе.
Осрашыу байрам табыны артында дауам итте. Төрлө уйындар ойошторолдо. Көн буйы барған байрам киске дискотека менән тамамланды. Быуындар бәйләнешен нығытыуға йүнәлтелгән сара бик матур булды",  - тип хәбәр ителә ауылдың төркөмөндә.

Ә һеҙҙе яҡтарҙа "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамдары үтәме?

Әлиә Арғынбаева фотолары

Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"
Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"
Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"
Әбдрәшкә "Ҡыҙҙар ҡайтты"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас