Йәмғиәт
17 Июль 2025, 12:15

Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа

Ведомство етәксеһе урынбаҫары Башҡортсотанға килде.

Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһаФедераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа
Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа

17 июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Федераль яза үтәү хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты.

Көн тәртибендә төбәктә енәйәт-үтәү системаһы үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. Сергей Щербаков Радий Хәбировҡа федераль хеҙмәткә булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостанда беҙҙең 14 учреждение бар, уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге күп йәһәттән төбәктең идара итеү командаһы менән яйға һалынған хеҙмәттәшлеккә бәйле. Булышлыҡ итеүегеҙ өсөн рәхмәт, – тине ул.

Осрашыуҙа Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан етәкселеге менән берлектә хәл итеүе планлаштырылған мәсьәләләр ҡаралды.  

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.

Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа
Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа
Федераль яза итеү хеҙмәтенән - яҡшы баһа
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас