Йәмғиәт
17 Июль 2025, 09:40

Нимә ул биометрия?

Уны Биометрия технологиялары үҙәгендә эшләгәндәр

Нимә ул биометрия?Нимә ул биометрия?
Нимә ул биометрия?

"Башҡортостан" республика гәзите олоһо һәм кесеһе өсөн дә төрлө йүнәлештә кәңәштәр биреүен дауам итә. Мәҫәлән, Дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында төрлө эштәрҙе өйҙән сыҡмай ғына башҡарырға мөмкин.

"Госуслуги Биометрия" мобиль ҡушымтаһында ИИ-ассистентын индереүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде, үҙ сиратында, уны ҡулланыусылар биометрия буйынса онлайн-теркәү үтә. Әйткәндәй, уны Биометриялар технологиялар үҙәгендә эшләгәндәр.

Шул иғтибарға лайыҡ, ысынбарлыҡтағы яһалма интеллект видеоағымды анализлай һәм төрлө яҡлап йүнәлештәр бирә. Мәҫәлән, тейешенсә яҡтыртылмаған урынды иҫкәртә, кадрға сит нәмә килеп инеүҙе күрһәтә, битте-йөҙҙө матурлай, фото төшөрөү өсөн оптималь ракурсты тәҡдим итә, ҡыҫҡаһы, ниндәй ҙә проектты уңышлы тамамлау өсөн бүтән ярҙамсы эштәрҙе биреүгә һәләтле. 

– Һуңғы ике йылда беҙ 14 яңы биометрик сервисты индерҙек, – тип һөйләй Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко. – Киләһе аҙымыбыҙ – биометрияны мөмкин тиклем ябайлаштырыу һәм теркәүҙе тиҙләтеү. Был мәсьәләне, теркәү барышында яһалма интеллект технологияларын ҡулланып, тормошҡа ашырабыҙ. Хәйер, биометрия тураһында бәхәстәр ҡуйырғанда, ул ирекле. Файҙаланыуҙың бөтә этаптарында ул – өҫтәмә рәүештә хеҙмәттәр алыу алымы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм биометрик система – дәүләт мәғлүмәт платформаһы. Уның базаһында төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә, шул иҫәптән, бер ҡайҙа сыҡмай ғына һатып алыуҙы ойоштороу, транспортта йөрөү, өйҙә генә ултырып бизнесыңды асыу һәм теркәү, күп функциялы үҙәктә хеҙмәтләндереү үтеү, паспортһыҙ ҡунаҡханаға урынлашыу һәм башҡалар.

Системалағы һәр файҙаланыусы үҙенең мәғлүмәт базаһы менән үҙаллы идара итә ала. "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә биометрияның ғәмәлдән сығыу-сыҡмауын тикшерергә була йәки уны юҡҡа сығарырға мөмкин. Биометрик өлгөләр айырым һәм бүтән персональ мәғәлүмәттән тыш шифр ярҙамында һаҡлана.

Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Сания Бикмөхәмәтованың һүҙҙәренә ҡарағанда, донъя шул хәтлем етеҙ рәүештә алға бара, тормош ыңғайына эйәреп өлгөр генә. Шуның өсөн дә ул артта ҡалмау өсөн барыһын да үҙаллы өйрәнгән, хәҙер иһә фатирынан сыҡмай ғына күп эштәрҙе башҡарып ҡуя. Бындай уңайлы эш алымы юл йөрөү кеүек күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарған.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас