Йәмғиәт
17 Июль 2025, 11:30

“ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” – ватан двигателдәр эшләү флагманы

17 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”нең 100 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. 

“ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” – ватан двигателдәр эшләү флагманы“ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” – ватан двигателдәр эшләү флагманы
“ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” – ватан двигателдәр эшләү флагманы

17 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”нең 100 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе хеҙмәт коллективын предприятие юбилейы менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

–  “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” – ватан двигателдәр эшләү флагманы, республикабыҙҙың иҡтисады өсөн стратегик предприятиеларҙың, Башҡортостандың Рәсәйҙән ситтә лә танылған брендтарының береһе. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән йылда завод эшсәнәдәренең илдең оборона ҡеүәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һуғыш йылдарында фронтҡа 51 мең авиация моторы ебәрелгән. Өфө двигателе менән һәр өсөнсө самолет осҡан,  – тип белдерҙе Радий Фәрит улы. – Һуғыштың һуңғы йылдарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе моторҙары ярҙамында донъялағы иң яҡшы истребителдәр “Су”, билдәле “МиГи” һауаға күтәрелгән. Өфө заводы ракета двигателдәрен сығарыу, “Москвич”тар өсөн автомобиль моторҙарын етештереү йәһәтенән иң алдынғы завод булған.  

Башҡортостан Башлығы заводтың быуатлыҡ юбилейы ваҡытында бер нисә быуын эшсәндәрен – эшселәрен, оҫталарын, белгестәрен, инженерҙарын, конструкторҙарын, ғалимдарын билдәләүҙе шәп мөмкинлек икәнлеге тураһында әйтте. Легендар етәкселәр –  Василий Петрович Баландин, Владимир Яковлевич Климов, Владимир Михайлович Паращенко, Михаил Алексеевич Ферин, Владислав Дмитриевич Дьяконов – берекмәнең тарихына сағыу биттәр яҙған, ватан моторҙар эшләүенә тос өлөш индергән. Заводта эшләүселәрҙең ҡаҙаныштары ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән баһаланған. Өфө моторҙар эшләүселәренең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө һөҙөмтәһендә Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелде.

– Бөгөн “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”, бай йолаларға, тос етештереү һәм фәнни-технологик базаға таянып,  оборона-сәнәғәт комплексына, тотош ватан иҡтисадына лайыҡлы өлөш индерә. “Ростех”, Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы етәкселегенә республика менән емешле хеҙмәттәшлектәре өсөн рәхмәт белдерге килә, – тине сығышында Радий Хәбиров. –  Бөгөн предприятиела 26 меңдән ашыу кеше эшләй. Һуңғы өс йылда һигеҙ меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Етештереү күләме арта, яңы цехтар төҙөлә, ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Фән менән бәйләнеш нығына. “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектә компания фәнни-тикшереү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен, мөһим мәғариф башланғыстарын һәм алдынғы инженер мәктәптәрен үҫтерә. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе юғары социаль яуаплылыҡ миҫалы булып тора. Һеҙ хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдыраһығыҙ, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең һөнәри үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, корпоратив программаға ярашлы, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итәһегеҙ.

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың сәләм һүҙҙәрен еткерҙе. Унда “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – Рәсәйҙәге авиация двигателдәрен етештереүсе, уйлап сығарыусы” тигән һүҙҙәр бар ине.  

“Ростех” дәүләт корпорацияһының авиация программалары буйынса идара итеү буйынса директоры Александр Арюхов “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” ветерандарына айырыуса рәхмәт әйтте. Уларҙың тәжрибәһе һәм белеме предприятие үҫеше өсөн төп нигеҙгә әүерелгән.

Был көндө “ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”нең бер төркөм хеҙмәтсәндәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас