

17 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы айҡанлы Советтар Союзы Геройы, осоусы Николай Гастеллоның һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантанала ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеү директоры Евгений Семивеличенко, предприятиеның элекке етәкселәре – “Ростех” коропорацияһының авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры Александр Артюхов һәм “Хели-драйв” компанияһының генераль директоры Юрий Пустовгаров, шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет вәкилдәре, махсус хәрби операция, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.
Николай Гастеллоға һәйкәлде 1985 йылда асҡайнылар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошмандар колоннаһына “утлы таран” ҡылған герой дан яулаған. Монумент авторы – БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов.
Сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашты, Николай Гастеллоға һәйкәл ҡуйылған скверҙы ҡараны.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.