

Киләһе аҙна башында ла республикала ҡоро һәм эҫе һауа торошо һаҡлана. Әммә республика Гидрометүҙәге метеорологтары киләһе аҙна башында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы хаҡында ла иҫкәртә.
21 июлдә синоптиктар ҡояшлы һәм эҫе һауа торошон фаразлай. Төндә +9...+14°C, көндөҙгө температура +26, +31 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Ел йүнәлешен көньяҡ- көнсығышҡа үҙгәртәсәк.
22 июлдә республиканың айырым раойндарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтәлә. Әммә температура төндә +13...+18°C, көндөҙ +25...+30°C. ҡаласаҡ. Йәшен ваҡытында көньяҡ һәм көньяҡ - көнбайыш еленең тиҙлеге секундына 12-15 метрға етеүе ихтимал.
Йәйҙең йылы көндәре менән рәхәтләнеп ҡалығыҙ, дуҫтар!
Автор фотоһы