Йәмғиәт
21 Июль 2025, 04:35

Башҡортостанды оятҡа ҡалдырҙы

Шул саҡ һүгенеп ҡысҡыра, ҡул күтәрә башлай.

Башҡортостанды оятҡа ҡалдырҙыБашҡортостанды оятҡа ҡалдырҙы
Башҡортостанды оятҡа ҡалдырҙы

Сорғоттағы аэропортта 20 июлдә айыҡ булмаған ирҙе күреп, полиция хеҙмәткәрҙәре уны протокол төҙөү өсөн саҡыра. Әммә “батырланған” пассажир тәртип һаҡлаусылар менән барырға теләмәй, һүгенеп ҡысҡыра, ҡул күтәрә башлай, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.

Уға наручник кейҙерергә тура килә. Документтарын тикшергәс, ирҙең 42 йәштә, Башҡортостандан икәне асыҡлана. Самолет көткәндә эскән. Административ штрафтарҙан тыш, уға енәйәт эше хәүефе янай.

Фото: "Башкирия онлайн".

Автор:
Читайте нас