

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә “Шүлгәнташ” мәмерйәһе Бөтә донъя ЮНЕСКО исемлегенә индерелде. Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы был ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙы бүләкләне.
Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин бүләкләнде. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа бирелде.
Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары “Шүлгәнташ мәмерйәһе” хеҙмәткәрҙәре Раян Әхмәтйәновҡа, Нәркәс Әминеваға, Ольга Червяцова, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡмановаға тапшырылды.
– Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ! – тине Данир Ғәйнуллин. – Беҙ бер тауыштан танылыу алдыҡ. Әммә беҙ әле юлдың башында ғына. Инфраструктураны тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Фото: "Башинформ".