Йәмғиәт
22 Июль 2025, 12:15

Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына

24-29 июлдә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы йәштәренең сираттағы форумы уҙғарыла.

Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйынаБашҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына
Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына

24 - 29 июлдә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы йәштәренең сираттағы “иВолга” форумы уҙғарыла. Унда 14 йәштән алып 35-кә тиклемге 1400 кеше ҡатнаша. Бында йәштәрҙең иң әүҙем, сағыу вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша, гуманитар, инновация, мәғрифәт проекттары буйынса эшләй ала.

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров билдәләүенсә, беҙҙең 95 кешенән торған делегация төҙөлгән дә инде. Команда составында әүҙем студенттар, уҡыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге белгестәр бар. Уларҙың эш маҡсаты – республикабыҙҙы күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә белем арттырыу.

Ҡатнашыусыларҙы фән, IT, мәҙәниәт, патриотизм, ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уҡытыу программалары көтә. Форум үҫеш йүнәлешен һайлау мөмкинлеге биргән уйын формаһында үтә.

Уҡыуҙан тыш, йәштәр республика традицияларын күрһәтеп, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, миллион һумға тиклем ярҙам алырға мөмкинлек биргән грант конкурстарында көсөн һынай ала.

Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына
Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына
Башҡортостан йәштәре “иВолга”ға йыйына
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас