Йәмғиәт
22 Июль 2025, 16:00

Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?

Йәш ҡыҙҙар аҫҡаҡ аҫып, сәй ҡуйып ебәрҙеләр. Эх, күңелле мәлдәр шул!..

Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?

Бөрйән районының Байназар ауылы халҡы ҡыуыш ҡороп тороп бесәнгә төшкән.

Интернет селтәрендә 9-ынан алып 30 июлгә хәтлем бесәнселәр көндәре билдәләнгән.
"Ошо уңай менән Байназар мәҙәниәт йорто алдында "Июль - бесәнселәр айы " тигән матур байрам үтте. "Ҡурыуҙы" халыҡ фольклор коллективына йөрөүселәр таҡмаҡтар әйтеп бесән сабып, үҙҙәренең таһыллығын күрһәтте. Йәш ҡыҙҙар аҫҡаҡ аҫып, сәй ҡуйып ебәрҙеләр.
Өмә бөткәс, йәш саҡтарында бесән сабып, йыйып, күбә тарттырыуҙарын, кәбән ҡойоп, кәбән баштарында тороуҙарын иҫләп, мәтрүшкәле сәй эсеп, иҫтәлектәргә бирелеп ултырҙылар апай-еңгәләр. Ҡул менән бесән сабыу, йыйыу, кәбән ҡойоу онотола бара, шуға был йоланы икенсе юлы балаларға күрһәтеүҙе планлаштырҙыҡ", - тип хәбәр итәләр Байназар күп функциялы мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Әйткәндәй, күптән түгел Йылайыр районының Ҡашҡар һәм Сәләх ауылы халҡы ла Бесән байрамы үткәргәйне. Ә һеҙ бесәнгә төштөгөҙмө әле?

Сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.

Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Байназарҙар бесәнгә төшкән. Ә һеҙ?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас