Йәмғиәт
22 Июль 2025, 13:40

Ксения Аноцкая “іВолга” йәштәр форумында ҡатнаша

Унда бөтә төбәктән әүҙем һәм һәләтле йәштәр йыйыла.

Ксения Аноцкая “іВолга” йәштәр форумында ҡатнашаКсения Аноцкая “іВолга” йәштәр форумында ҡатнаша
Ксения Аноцкая “іВолга” йәштәр форумында ҡатнаша

“Иглинские вести” гәзите хәбәрсеһе Ксения Аноцкая Волга буйы федераль округының “іВолга” йәштәр форумында ҡатнашасаҡ - унда бөтә төбәктән әүҙем һәм һәләтле йәштәр йыйыла. Ксения махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тематик рубрика менән бирелгән баҫманың махсус биттәрен тәҡдим итәсәк. Уның сығышы “Геройҙар беҙҙең арабыҙҙа” майҙансығында үтәсәк, унда ул был мөһим теманы яҡтыртыуҙағы шәхси тәжрибәһе һәм профессиональ эшләнмәләре менән уртаҡлашасаҡ.

Ксенияға МХО темаһы айырыуса яҡын: уның атаһы, Кирилл Лебедев, әлеге мәлдә махсус операция зонаһында. Был уның эшенә айырым тәрәнлек өҫтәй. "Ошондай күләмле форумда ҡатнашыу – ул беҙҙең район менән таныштырыу ғына түгел, ә яҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләү мөмкинлеге лә. Был минең өсөн шәхси тарих, һәм мин был теманы яҡтыртыуға үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын”, – ти Ксения.

Ксенияға уңышлы сығыш яһауын һәм форумда яңы тәьҫораттар алыуын теләйбеҙ.
Желаем Ксении успешного выступления и новых впечатлений на форуме!
#iВолга #МолодежныйФорум #ИглинскийРайон #СВОихНеБросаем #ГероиСредиНас

Текст һәм фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас