Йәмғиәт
22 Июль 2025, 12:00

Тағы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаны тоттороп ебәргәндәр

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Тағы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаны тоттороп ебәргәндәрТағы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаны тоттороп ебәргәндәр
Тағы туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаны тоттороп ебәргәндәр

Заман “остап бендер”ҙары йоҡламай. Мутлашыусылар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең туғыҙ миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаған. Һөҙөмтәлә үткән тәүлектә биш кеше зыян күргән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Салауат ҡалаһында мутлыҡ ҡылыусылар 49 йәшлек иргә отошло хаҡ буйынса яңы автомобиль һатып алырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә яуыз уйлы әҙәмдәр, хатта машинаны күрһәтмәйенсә, ете миллион ашыу һум аҡсаны күсерттергән.

Өфөлә йәшәгән бер нисә кешегә ыңғай һалым хеҙмәте һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” техник ярҙамы “хеҙмәткәрҙәре” шылтыратҡан. Һөҙөмтәлә өфөләр 1,4 миллион һумлыҡ зыян күргән. Стәрлетамаҡта йәшәгән 38 йәшлек ирҙең мессенджеры аша криптобиржа “хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә сыҡҡан һәм “ҙур әйләнештәге һанлы валютаға” инвестиция һалырға тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә ир мутлыҡ ҡылыусыларға 500 мең һум тирәһе аҡсаһын тотторған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре таныш булмаған номер буйынса шылтыратыуҙарға иғтибарлы булырға саҡыра. Үҙегеҙгә шылтыратыусыларҙың барыһына ла ышанмағыҙ, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ.

Вадим Саҙретдинов,

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре.
Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас