Йәмғиәт
23 Июль 2025, 05:00

Атай көттө улын...

Яҡындары килмәүгә ныҡ күңеле бошонған олатайҙың таңға йөрәге туҡтағайны. Шул саҡ көткән улы килеп инеп...

Атай көттө улын...Атай көттө улын...
Атай көттө улын...

Байтаҡ йылдар үтте инде был ваҡиғаға, тик ул әле һаман хәтерҙән сыҡмай. Онотҡанда бер булһа ла, барыбер иҫкә төшә. Көҙ байрамдарының береһендә дауаханала булғайны ул.

Ниндәй генә байрам булмаһын, уның алдынан, ғәҙәттә, пациенттарҙы күпләп өйҙәренә ҡайтаралар. Улар үҙҙәре лә ғаиләһенә ашҡына. Кемдең байрамды медицина ойошмаһында ҡаршылағыһы килһен инде? Ныҡ ауыр хәлдәгеләр, табип ҡарауына мохтаждар ғына табип күрһәтмәһе буйынса хатта байрам ваҡытында ла дауаханала ҡалдырыла.

Шуға күп пациенттар өйҙәренә таралыша башланы. Тик был көндәрҙә һикһән йәш тирәһендәге олатай ғына тәҙрәнән һағышлы күҙҙәрен ала алманы. Шәфҡәт туташтары, яҡын-тирәләгеләр уны ашатырға, аралашырға тырышты. Ә олатай, һәммәһе менән яҡшы мөғәмәләлә булһа ла, барыбер яңғыҙлыҡтан йонсоно – балаларының һәм ейәндәренең килмәүенә күңеле бошондо.

Эргә-тирәләгеләр әйтеүенсә, бүлексәләге иң оло йәштәге пациенттың хәле яҡшырғас, уны дауахананан өйгә ҡайтыу өсөн табиптар документ-белешмәләрҙе лә биргән. Әммә кис палатаһында үҙе генә ҡалған олатай тәҙрәнән күҙен алмаған: ул улын көткән. Тик уныһы килмәгән...

Икенсе көн килгән уның ғәзиз балаһы һәм атаһы ятҡан палатаға йүнәлгән. Ләкин ундағы карауат буш булған. “Атайым ҡайҙа икән?” тигән һорауға дежур шәфҡәт туташы: “Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла атайығыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаны, һеҙҙе ул көтөп ала алманы”,  – тип яуап биргән. Ә улы, ваҡыты булһа ла, дауаханаға килеп урамауына үкенгән, хатта илаған. Тик терһәкте тешләп буламы ни?! Ни сәбәп булғандыр был хәлгә, беҙгә асыҡ түгел ине. Тик нисек дауаханала ятҡан ғәзиз атайыңдың хәлен ошо ҡалала йәшәп тә барып белмәҫкә мөмкин?!.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас