Йәмғиәт
23 Июль 2025, 17:45

Өфөлә мунса яратыусылар йыйыла

Мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар - форумдың төп ваҡиғаһы.

Өфөлә мунса яратыусылар йыйылаӨфөлә мунса яратыусылар йыйыла
Өфөлә мунса яратыусылар йыйыла

Башҡортостан халҡы өсөн ике көн дауамында “На рахате” халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм форумы сиктәрендә мунса ҡаласығы эшләйәсәк. Бөтә Рәсәйҙән 30-лап алдынғы мобиль мунса, мейес, чан һәм һипмә ҡоролмалар етештереүселәр эҫе мунса яратыусыларҙы йыя. Киң асыҡ майҙансыҡтағы күп кеше һыймалы тултырылған йәмәғәт мунсаһында парҙа сабынып буласаҡ. Бөтә Рәсәйҙән саҡырылған сабыныу оҫталары  үҙ программаларын тәҡдим итәсәк: мәҫәлән, балаларҙы сабындырыу, хуш еҫтәр менән боҫландырыу, этник һәм халыҡ ысулдарын күрһәтеү һ.б.

20-гә яҡын компания һәм комплекс мунса турнирында үҙҙәренең иң яҡшы эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк. Форумда сатырҙағы мунсаларҙы, чемпион мунсаларын, палатка- мунса, бура мунса, сатыр-мунса, мангал-мейестәрен, чандар, мунса өсөн майҙар, һыуыҡ бүлмәләр һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин буласаҡ.

Мунса оҫталығы буйынса чемпионаттар - форумдың төп ваҡиғаһы. 26 июлдә “На Рахате- 2025” коллектив сабыныу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы үтә. Икенсе көндө, 27 июлдә, Волга буйы федераль округының һайлап алыу этабы үтәсәк, унда Башҡортостандан, Татарстандан, Удмуртиянан, шулай уҡ Һарытау, Һамар һәм Киров өлкәләренән төбәк һайлап алыу финалсылары ҡатнашасаҡ. Еңеүсе 22-24 августа Суздалдә үтәсәк Бөтә Рәсәй “Русь Банная” финалында округ исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә була. Шул уҡ көндө «Жогово» халыҡ чемпионаты үтәсәк – мунсасылар “Урал кубогы” өсөн көрәшәсәк.

Бөтә ярыштар ҙа Евразия мунса федерацияһы һәм Милли мунса ассоциацияһы ярҙамында үтә.    

Экспозицияларҙан тыш, “Мунса баҙары” — бөтә ил оҫталарының махсуслаштырылған йәрминкәһе эшләйәсәк, унда уникаль тауарҙар: мунса аксессуарҙары, ағас, күн, балсыҡ, кейеҙҙән автор изделиелары һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Официальный сайт: https://нарахате.рф.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас