Йәмғиәт
24 Июль 2025, 10:30

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ

Еңеүселәрҙе 15 ноябргә тиклем асыҡлаясаҡтар, ә тантаналы рәүештә бүләкләү 2025 йылдың декабрендә үтәсәк.

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙКонкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ
Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ

Бөтә Рәсәй “Һанлы журналистика-25” конкурсында Башҡортостан журналистары һәм медиа өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша ала. Төп талап – материалдарҙың ИТ тематикаһына тап килеүе. Еңеүселәрҙе 15 ноябргә тиклем асыҡлаясаҡтар, ә тантаналы рәүештә бүләкләү 2025 йылдың декабрендә үтәсәк. Конкурсты “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойоштора. Проект кураторы, Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты ағзаһы  Антон Немкин әйтеүенсә, конкурсты ойоштороусылар технологик үҙгәрештәрҙе һанап сығыуҙан, теркәүҙән тыш, аудиторияға уларҙың әһәмиәтен аңларға ярҙам иткән эштәрҙе көтә.

"Айырыуса һанлы сиселештәрҙең төрлө өлкәләрҙә ҡулланылышын асҡан  – мәғариф һәм медицинанан алып сәнәғәт һәм дәүләт идараһына тиклем –материалдар ҡиммәтле", – тип билдәләне Антон Немкин.


Фото: Башҡортостан Дәүләт идараһының  һанлы үҫеш министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас