Йәмғиәт
25 Июля 2025, 06:00

Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлилдән янғында тән йәрәхәттәре алған ҡыҙҙы Екатеринбургҡа реабилитацияға ебәргән ине

Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...
Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, ошо  аҙнала Екатеринбург ҡалаһына реабилитацияға барырға ярҙам иткән Әбйәлил районында йәшәүсе 10 йәшлек ҡыҙ өйөнә ҡайтҡан.

Ҡыҙ бер ай доктор Волкованың Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгендә йәшәй, унда белгестәр уның менән көн һайын шөғөлләнә.

Янғында ауыр тән йәрәхәттәре алған ҡыҙ бер йылдан артыҡ йөрөмәй. Атаһы уны ҡосаҡлап клиникаға тиклем күтәреп алып барған.

“Һәм бына һөҙөмтә – ҡыҙ яңынан йөрөй башланы. Махсус тренажерҙарҙа шөғөлләнеү һәм белгестәрҙең эше ярҙамында ҡыҙҙың координацияһы тергеҙелгән, мускулдар тонусы күтәрелгән, мускулдар эшмәкәрлеге яҡшырған.

Эмоциональ хәле лә күтәренке: ҡыҙ атаһы менән циркҡа йөрөгән, яңы хис-тойғолар уның дөйөм һаулығына ыңғай йоғонто яһаған.

Дауалау үҙ һөҙөмтәһен биргәненә ысын күңелдән шатбыҙ һәм был дауаланыу курсы ҡыҙға үҙ- үҙенә ышаныс өҫтәр, барыһы ла мотлаҡ яҡшы булыр тип ышанабыҙ!”- , – ти йәмғиәт етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев.

Сығанаҡ: "Салаватское" рәсми төркөмө.

 

 

Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...
Нурсилә Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенән ҡайтты һәм бына һөҙөмтә...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас