

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика “Баҫыу көнө-2025” ғилми-ғәмәли семинарында ҡатнашты. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетының Ягодная Поляналағы Уҡыу-фәнни үҙәгендә үткәрелде.
Төбәк етәксеһе уңыш йыйыу кампанияһына старт бирҙе һәм аграр сәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Республика хөрмәтле аграрийҙарыбыҙға терәк булды, буласаҡ та, шул иҫәптән ауыл хужалығын индустриалләштереү йәһәтенән дә. Был көндәрҙә 4 190 комбайн баҫыуға сыға, үткән йыл менән сағыштырғанда, 80-гә күберәк. Муниципалитеттарға, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә яңы техниканы әүҙем һатып алғанығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙебеҙҙең яҡтан ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарҙы, шул иҫәптән ватан етештереүендәген дә һатып алыу сығымдарын компенсациялау бурысын атҡарасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Быйыл насар булмаған уңыш көтәбеҙ. Былтыр республикала өс миллион тирәһе тонна иген йыйып алдыҡ. Әгәр һауа торошо яҡшы торһа, һәйбәт күрһәткестәргә өмөт итәбеҙ.
Башҡортостан дәүләт аграр университетының Өфө районындағы Уҡыу-фәнни үҙәгендә Баҫыу көнө даими үткәреләсәк.
- Заманса тармаҡ ҡаҙаныштары менән танышырлыҡ төп майҙанға әүереләсәк, тип килештек. Бында ер эшкәртеүҙең инновациялы ысулдарын һәм заманса ауыл хужалығы техникаһы күреп, селекция эше һөҙөмтәләре менән танышып буласаҡ. Был барыһына ла файҙалы булыр, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. – Университет ректоры Илдар Исмәғил улы Ғәбитовҡа рәхмәт. Быйыл вуз “Приоритет- 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһына инде. Был – артабанғы үҫеш өсөн яҡшы стимул.
Төбәк етәксеһе уңыш кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса республикала иң яҡшы механизаторҙарҙы асыҡлаясаҡтары тураһында әйтте һәм аграрийҙарға уңыш теләне.
Артабан Радий Хәбиров Өфө районының “Рассвет” ауыл хужалығы механизаторы Александр Порхун менән “Ростсельмаш” иген йыйыу комбайнында баҫыуҙың старт участкаһы буйлап үтте.
- Мин беренсе тапҡыр уңыш йыйыу ваҡытында комбайн руле артында – комбайнсы өсөн яҡшы, уңайлы шарттар. Тап ошондай техника үҫтерелгән уңышты сифатлы һәм тиҙ йыйып алыу мөмкинлеген бирәсәк, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе ауыл райондары башлыҡтары менән бергә күргәҙмәне ҡараны. Унда заман ауыл хужалығы техникаһының, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын, ашламалар һәм аграр химия буйынса 70-тән ашыу компанияһы һәм етештереүсе фирмаһы ҡатнаша. Бында Рәсәйҙең, Белоруссияның һәм сит ил предприятиеларының 140-тан ашыу техникаһы ҡуйылған. Радий Хәбиров “Сулпан-100” аграр сапҡысы мөмкинлектәрен баһаланы. Агрегаттар тулыһынса Башҡортостанда конструкцияланған, ә комплекттар Рәсәйҙең ундан ашыу төбәгенән килтерелгән.
Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров “Трактор-шоу” ауыл хужалығы техникаһы идаралығы оҫталығы буйынса ярыштарҙы күҙәтте. Республика етәксеһе Бөтә Рәсәй “Спорт ере-2025” спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу муниципаль-ара ҡатнашыусылары һәм студенттар менән аралашты, Өфө районы уҡыусыларына матур каникул һәм яҡшы уҡыуҙарын теләне.
Өфө районының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкилдәре гуманитар йөк йыйыуҙары, Тыуған илде һаҡлаусыларға маскировка селтәрҙәрен үреүҙәре һәм башҡалар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров уларға эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм маскировка селтәрҙәренең береһендә яугирҙәргә үҙенең теләктәрен яҙҙы.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты, фото: “Башинформ”.