

Тағы бер рәсми байрам барлыҡҡа килде
Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан "Башҡортостан Республикаһында күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре көнө" тигән профессиональ байрам тураһында төбәк Законы рәсми ҡабул ителде. Ул 27 июлгә тура килә. Хәҙер ул рәсми рәүештә республика байрамына әүерелде.
Башҡортосандағы күп функциялы үҙәктәр граждандарға дәүләт структуралары менән ябай ғына итеп бәйләнеш тотоу өсөн мөһим роль уйнай. Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эштәрен матур итеп башҡарыуҙары арҡаһында республика халҡы хеҙмәттәрҙе тиҙ алыуға өлгәшә.
Рәсәйҙәге иң ҙур күп функциялы үҙәктәр селтәре республикабыҙҙың бөтә ҡала һәм райондарында ла бар. 77 күп функциялы үҙәктәрҙең офисы шуға асыҡ миҫал. Бөгөн ул 470 төр хеҙмәттәр күрһәтә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.