Йәмғиәт
27 Июль 2025, 03:35

Рөстәм Нәбиев һәр беребеҙҙән нимә тип һорай?

“Бына ул. Беҙҙең улыбыҙ. Таир Рөстәм улы”.

Рөстәм Нәбиев һәр беребеҙҙән нимә тип һорай?Рөстәм Нәбиев һәр беребеҙҙән нимә тип һорай?
Рөстәм Нәбиев һәр беребеҙҙән нимә тип һорай?

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев улы Таирҙы күрһәтте. Ул бөтә кешеләрҙән балаға изге уй-теләктәр әйтеп, һаҡсыллыҡ менән ҡарауын һораны һәм һәммәбеҙгә ышаныс белдерҙе. Бәләкәскә "сөбханАллаһ", "күҙ теймәһен", "Аллаһ баланы һаҡлап ҡына торһон" тигән изге теләктәр менән ҡарайыҡ. 

“Нәҫел йөрәгенән – донъя йөрәгенә.

Беҙ бөгөн мөһим ғәмәл эшләргә әҙербеҙ. “Бына ул. Беҙҙең улыбыҙ. Таир Рөстәм улы”, – тибеҙ.

Ул мөһим юлды – беҙҙең нәҫелдең фатихаһын алыу юлын үтте. Үткәндәрҙе иҫләгән өләсәйҙәренең ҡулдары, тамырҙарҙың аҡылын һаҡлаған олатайҙарының күҙ ҡарашы, апайҙарының шыбырҙауы, ағайҙарының ҡыҫып ҡосаҡлауы аша... Шатлыҡтан тамған һәр күҙ йәше, “Һаҡла уны, Аллаһ Тәғәләм” тип шым ғына ялбарған һүҙҙәр беҙ әле барған күперҙе тотоп торған кирбес һалды.

Улыбыҙҙы донъяға күрһәтеү формаллек кенә түгел. Ул – тәрән ышаныу билдәһе. Донъяға, уның юлында осраясаҡ кешеләргә ышаныу. Тормоштоң төрлө булыуын, унда төрлө кешеләр барлығын беләбеҙ. Әммә беҙ бөгөн изгелеккә, мәрхәмәтлеккә ышаныу юлын һайлайбыҙ.

Беҙ бөгөн улыбыҙҙы күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ. Беҙ ышанып тапшырабыҙ. Изге уй-теләктәргә, һаҡлаясаҡ ҡараштарға ышанабыҙ.

Оло донъяға рәхим ит, бәләкәсебеҙ. Һин нәҫелебеҙ тарафынан фатиха алдың. Ә бөгөн үҙеңде донъя һөйөү һәм һаҡсыллыҡ менән ҡаршы ала. Юлың яҡты булһын” – тип теләп яҙҙы Рөстәм Нәбиев.

Фото: Р. Нәбиевтең видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:
Читайте нас