Йәмғиәт
28 Июль 2025, 17:30

Республикала 300 мең кеше "Госуслуги Дом" аша файҙалана

Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөтә һорауҙарын бер тәҙрәлә хәл итеүгә йүнәлтелгән “Госуслуги Дом” мобиль ҡушымтаһын күсереп алыу һаны 300 меңдән ашҡан. Илдә бөтәһе 11 миллиондан ашыу ҡулланыусы бар. Ҡушымтаның иң популяр функциялары элеккесә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеү һәм иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу булып ҡала.

Республикала 300 мең кеше "Госуслуги Дом" аша файҙаланаРеспубликала 300 мең кеше "Госуслуги Дом" аша файҙалана
Республикала 300 мең кеше "Госуслуги Дом" аша файҙалана

Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөтә һорауҙарын бер тәҙрәлә хәл итеүгә йүнәлтелгән “Госуслуги Дом” мобиль ҡушымтаһын күсереп алыу һаны 300 меңдән ашҡан. Илдә бөтәһе 11 миллиондан ашыу ҡулланыусы бар. Ҡушымтаның иң популяр функциялары элеккесә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеү һәм иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу булып ҡала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡушымта аша түләүҙәрҙе СБП аша комиссияһыҙ күсерергә мөмкин. Бынан тыш, фатир хужалары иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн идара итеүсе ойошмаға коллектив ғариза бирә ала.  Шулай уҡ дөйөм милекселәр йыйылышын ҡушымта аша онлайн үткәреү популярлыҡ яулай бара. Федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү менән бәйле, 1 марттан милекселәр дөйөм йыйылышты ситтән тороп торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ғына үткәрергә мөмкин. Был тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында йәки милекселәрҙең ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, өйҙә ултырып ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.


2025 йыл башынан ҡушымта шәхси торлаҡ йорттарҙа һәм ябыҡ төҙөлөш йорттарында йәшәүселәр өсөн дә асыҡ. Шулай уҡ  милексе ышаныслы кешеләренә лә унда инеү мөмкинлеген бирә ала. Был өлкән быуын кешеләренә балаларынан счетчик күрһәтмәләрен тапшырыуҙа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ярҙам итеүҙәренә, ә фатирҙы ҡуртымға алыусыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙҙәре түләүҙәренә һәм күрһәтмәләрен тапшырыуҙарына мөмкинлек аса.

"Госуслуги Дом" мобиль операцион системалар өсөн бөтә популяр ҡушымталар магазиндарынан йәки һылтанма буйынса https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/315953704714916676 күсереп алырға мөмкин.

Айырым теркәлеү талап ителмәй, ҡушымтала авторизация дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп-хисап приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә асыла.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас