Йәмғиәт
29 Июль 2025, 13:15

Башҡортостанда һайлауҙар талаптарға ярашлы бара

Башҡортостанда 14 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә үтәсәк муниципаль һайлауҙарға 659 кандидат теркәлгән, шуларҙың 622-һе – һигеҙ партиянан, ә 37 кандидат үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр булып тора.

Башҡортостанда һайлауҙар талаптарға ярашлы бараБашҡортостанда һайлауҙар талаптарға ярашлы бара
Башҡортостанда һайлауҙар талаптарға ярашлы бара

Башҡортостанда 14 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә үтәсәк муниципаль һайлауҙарға 659 кандидат теркәлгән, шуларҙың 622-һе – һигеҙ партиянан, ә 37 кандидат үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр булып тора.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы телеграм-каналда ошо мәғлүмәтте баҫтырҙы.

Был көндә 150 һайлау кампанияһы уҙасаҡ, уларҙа 239 район, ҡала һәм ауыл советы депутаттарын һайлау планлаштырыла. Сәйәси партиялар араһында әле иң күп кандидаттар “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 236 кеше, икенсе урында ЛДПР: 229 кандидат. “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәкиҡәт өсөн” партияһы 89 кеше кандидат булып тәҡдим ителгән, КПРФ-тан – 46 кеше. Бынан тыш, “Яңы кешеләр” ҙә 18 кандидат, “Граждандар платформаһы” – ике, “Рәсәй терәге” һәм “Яблоко” берәр кандидат тәҡдим итте.

“Башҡортостандағы муниципаль һайлауҙарға кандидаттар тәҡдим итеү тураһындағы мәғлүмәттәр төбәктәге сәйәси конфигурацияның мөһим лакмус ҡағыҙы булып тора һәм Берҙәм тауыш биреү көнөнә ҡарата әҙерлек буйынса дөйөм Рәсәй тенденцияһын сағылдыра”, – ти Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәтселек штабы эксперты Алксандр Кобыскан.

Фото: БР Йәмәғәтселек палатаһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас