Йәмғиәт
30 Июль 2025, 14:10

“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”

Өфөнән алыҫ түгел урынлашҡан Иглин районы һуңғы йылдарҙа төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштар күрһәтте. Беҙ урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насирова менән осраштыҡ, ул тормошҡа ашырылған проекттар, киләсәккә пландар һәм хакимиәттең халыҡ менән үҙ-ара бәйләнештәре хаҡында һөйләне. Әңгәмәлә райондың төп ҡаҙаныштары, хәл ителәһе мәсьәләләре һәм уны артабан үҫтереү йүнәлештәре асыҡ күҙаллана.

“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”

– Гүзәл Рәйес ҡыҙы, Иглин районы хакимиәтенең һуңғы осорҙағы төп уңыштарын телгә алып үтһәгеҙсе.
– Минеңсә, һәр хакимиәттең төп ҡаҙанышы – халыҡтың йәшәү сифатынан ҡәнәғәт булыуы. 2021 йылда көнкүреш кимәлен яҡшыртыу өсөн районды үҫтереү буйынса “юл картаһын” төҙөнөк. Был документта Иглин халҡының тормошон яҡшыртыу буйынса ғәмәлгә ашырылырға тейешле саралар сағылдырылды. 2024 йылға тиклемге ҡаралған сараларҙың байтаҡ өлөшө уңышлы үткәрелде. Мәҫәлән, өс йыл эсендә Оло Тәләк ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Иглинда мәктәп һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелде, Көҙәй ауылында моделле китапхана булдырылды. Район үҙәгендә урамдарҙы яҡтыртыу яңыртылды. 150 саҡрымдан ашыу юл төҙөкләндерелде. Төпкөлдәге ауылдарға газ үткәреү мәсьәләһе урынынан ҡуҙғатылды. Дөйөм алғанда, “юл картаһы”нда ҡаралған 16 миллиард һумдан 6,7 миллиард һум самаһы аҡса тотонолдо. Былар барыһы ла социаль өлкәгә һәм ижтимағи-сәйәси хәлгә, муниципалитеттың имиджына ыңғай йоғонто яһаны.
“Юл картаһы” буйынса эште ойоштороу үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Быйыл март айында республика Хөкүмәтенең Иглин районында үткән күсмә ултырышында 2030 йылға тиклем районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса яңы план төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

– Районда мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниндәй проекттар, башланғыстар тормошҡа ашырылды?
– Районыбыҙҙа әкренләп күп нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, шул иҫәптән мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә. 2024 йылда белем биреү тармағында иң мөһим ваҡиға – беҙҙә республикала иң ҙур ауыл мәктәбе асылыуы, ул 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Был  роботы булған тәүге мәктәп, унда яһалма газонлы футбол майҙаны ла бар. Заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырылған. Унда балаларыбыҙ лайыҡлы белем алһын, үҫешһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Күптән түгел Иглин ауылының 4-се мәктәбендә дрондарҙы өйрәнеү өсөн кабинеттар асылды – был ҙур федераль проекттың бер өлөшө. Мәғариф учреждениеһы республика буйынса иң яҡшы тәүге 20 мәктәп иҫәбенә инде, унда балаларҙы пилотһыҙ аппараттарҙы йыйыуҙан алып идара итеүгә тиклем өйрәтәләр. Райондың бөтә мәктәптәрендә лә ҡорамалдар яңыртылды, уҡытыусыларға ла, балаларға ла уңайлы шарттар булдырылды. 1-се мәктәп миллион һумдан ашыу федераль грант отто.

Һөҙөмтәлә Луганск Халыҡ Республикаһынан 30 уҡыусы һәм биш педагогты саҡырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Улар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, проекттарҙа бергә ҡатнашыу беҙҙе яҡынайтты.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә алға китеш бар: Башҡортостанда тәүге модулле ашығыс ярҙам станцияһы, 13 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа бар. Беҙҙә 72 меңгә яҡын кеше йәшәй, ә поликлиника берәү генә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән был мәсьәләне күҙ уңында тотабыҙ: яңы поликлиника өсөн участка әҙер, проект раҫланған, хәҙер финанслауҙы көтәбеҙ. Яҡын арала был да хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ.

Иң мөһиме – республика етәкселеге кимәлендә аңлау һәм ярҙам бар, шуға күрә алға барабыҙ.

– Инфраструктураны үҫтереү һәм район халҡының көнкүреш сифатын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә? Алдағы йылдарҙа Иглиндың үҫеше ниндәй йүнәлештәрҙә алып барыласаҡ?
– Был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә райондың комплекслы үҫеш стратегияһына таянып эш итәбеҙ, ул 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш планында сағылыш тапҡан. Әлеге ваҡытта транспорт һәм коммуналь инфраструктураны камиллаштырыу, социаль өлкәне үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү кеүек йүнәлештәр буйынса планлы эш алып барыла.
Бөтә башланғыстарыбыҙ район халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә, был биләмәне үҫтереү өсөн өҫтәмә ресурстар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Райондың үҫеш перспективалары халыҡтың бөгөнгө ихтыяждарын да, социаль-иҡтисади характерҙағы оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән бурыстарҙы ла күҙ уңында тотҡан комплекслы ҡараш менән бәйле.

– Урындағы эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хакимиәт ниҙәр башҡара?
– Иглин районында социаль йүнәлешле эшҡыуарҙар күп. Уларҙың күбеһе “Атайсал” проектында ҡатнаша, юлдарҙы, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, Роман Олегович Пастухов һәм Руслан Әбдрәшит улы Ибраһимов ашығыс медицина ярҙамы станцияһы биләмәһен төҙөкләндереүгә өс миллион һум аҡса бүлде. “ТЭКСТРО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Радик улы Фәйзрахманов физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүгә 12 миллион һум аҡса күсерҙе. Эшҡыуарҙарыбыҙ спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Михаил Морозов һәм Александр Невский даими рәүештә спортсылар өсөн форма һәм ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам итә. "ДЭП-103”, "Башминералресурс", Ҡаҙаяҡ ҡырсынташ карьеры юлдарҙы ремонтлау өсөн материалдар һәм техника бирә. Улар тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бүленә.
Эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт ойошмалары, Иглин хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы гуманитар йөктәрҙе йыйыуҙа, ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Был эш район хакимиәте менән берлектә даими алып барыла.

– Иглин районы өсөн ниндәй проблемалар киҫкен булып ҡала, уларҙы нисек хәл итеү планлаштырыла?
– Беҙҙә, әлбиттә, әүҙем үҫкән һәр райондағы кеүек, проблемалар ҙа етерлек. Иң киҫкендәре – социаль объекттар етешмәүе, юл төҙөүгә, газ үткәреүгә ҡағылышлылары. Район үҙәгенә Өфөнән, башҡа райондарҙан, хатта бүтән төбәктәрҙән дә күсеп киләләр. Иглин ауылында 35 мең кеше йәшәй, ә балаларыбыҙ һаны – 17 мең. Мәктәпкәсә учрежэдениеларға бәйле мәсьәлә лә бик киҫкен тора. Ике йыл рәттән ата-әсәләргә балалары өсөн шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар тапшырабыҙ. Быйыл сертификаттар һаны 150-гә етте. Ягодныйҙа, Иглин ауыл биләмәһенең Егоровка ауылында, Аҡбирҙелә яңы балалар баҡсалары өсөн ер бүленде. Тағы ике проект – Иглиндәге “Һабантуй яланы”нда һәм Охлебининда балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлөшө тормошҡа ашырыласаҡ. Иглиндәрҙең күбеһе Өфөлә эшләй. Һалымдар, тимәк, шунда ҡала, ә юлдар, тротуарҙар, яҡтылыҡ – барыһы ла улар йәшәгән ерҙә кәрәк.
Йыш ҡына “Инцидент” системаһында юлдарға зарланалар.
Иң ҙур проблемаларҙың береһе – электр менән бәйлеһен хәл иттек: хәҙер һүндереүҙәр планлы рәүештә башҡарыла. Тап ошо проблемаларҙың барыһын – юлдарҙы, газды, баҡсаларҙы, мәктәптәрҙе һәм башҡаларҙы – район үҫешенең бер “юл картаһы”на тупланыҡ. Аңлайбыҙ, халыҡҡа бөтәһен дә тиҙ арала уҡ хәл итеп булмаясағын хәбәр итәбеҙ һәм мәсьәләләрҙе әкренләп уларҙы яйға һалабыҙ.

Йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә ярҙам итеү программаларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләһәгеҙ ине.
Иглин районында йәш, ишле ғаиләләр күп. Хәҙер бөтә ерҙә лә көнүҙәк проблема – кадрҙарға ҡытлыҡ. Беҙ уҡытыусыларға, табиптарға, агросәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһына ярашлы 10 шәхси торлаҡ йорт төҙөлгән, улар социаль өлкә һәм агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә ҡуртым килешеүе буйынса бирелә. Медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2021 йылдан 2024 йылға тиклем 25 табип һәм 16 урта медицина хеҙмәткәре “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары нигеҙендә бер миллион һум түләү ала.

Уҡытыусылар өсөн ҙур ярҙам саралары ҡаралған. Район хакимиәте уларҙы дәртләндереү маҡсатында 500 мең һум түләй, был республика кимәлендә уңышлы практика булараҡ билдәләнде. Мәҙәниәт өлкәһендә 2024 йылда музыка мәктәбе уҡытыусыһы “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса бер миллион һум алды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләр ер участкалары менән тәьмин ителде. 2024 йылда 171 кешегә ер, ә 10 кешегә аҡсалата компенсация бирелде. Был саралар ауыл ерендә йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә, районда кадрҙарҙы нығыта.

– Йорттарҙы төҙөкләндереү буйынса эш нисек алып барыла?
Халыҡтың ихтыяждарын һәм биләмәне үҫтереүҙе иҫәпкә алып,  даими алып барыла был эш. Төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырғанда халыҡ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ: йәмәғәт тауыш биреүҙәре үткәрәбеҙ, граждандарҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алабыҙ. Иглин ауылындағы “Ҡояшлы” паркы төҙөкләндерелде. Хәҙер сиратта – Елена Иглина исемендәге паркты үҙгәртеп ҡороу, уны ла халыҡ һайлаған. Аҡбирҙе ауылында Рәми Ғарипов исемендәге аллея булдырҙыҡ.

Кеше йәшәгән урындарҙы йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Йыл һайын «Йәшел Башҡортостан» һәм “Хәтер баҡсаһы” акцияларын үткәрәбеҙ. Урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыуға күп көс һалына. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндерәбеҙ. Быйыл Ҡарамалы ауылында яңы балалар майҙансығы асыласаҡ.

– Районға инвестициялар йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар күрелә?

Беҙ эшҡыуарҙар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар менән даими осрашыуҙар, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләре үткәреү, инвестиция проекттары буйынса фекер алышыуҙар ыңғай һөҙөмтә бирә.  Бизнес-шәрифтең ҡабул итеү көндәре һәм сәғәттәре бар, ул даими рәүештә эшҡыуарҙар янына урындарға сыға. Чаттар аша уларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ,  улар ойошторған сараларҙа ҡатнашабыҙ. Министрлыҡтар, ведомстволар кимәлендә инвестиция проекттарына ярҙам күрһәтәбеҙ.

– Граждандар йәмғиәтенең ролен һәм хакимиәт эшендә халыҡ менән бәйләнеште нисек баһалайһығыҙ?
Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәндә генә районды үҫтереү мәсьәләләрен һөҙөмтәле хәл итергә, йәшәү сифатын яҡшыртырға һәм бөтәһе өсөн уңайлы мөхит булдырырға мөмкин.
Социаль селтәрҙәрҙә, ауылдарҙағы осрашыуҙарҙа, граждандарҙы ҡабул иткәндә халыҡ менән әүҙем аралашабыҙ. Мөрәжәғәттәр, һорауҙар ярҙамында реаль проблемаларҙы асыҡлайбыҙ һәм уларҙы тиҙ арала хәл итәбеҙ. Йыл һайын мөрәжәғәттәр һаны арта, был – ышаныстың төп күрһәткесе, тип иҫәпләйем. Мәсьәләләр хәл ителгәнгә күрә, халыҡ әүҙемлек күрһәтә.

– Мәҙәниәт һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса ниндәй пландарығыҙ бар?

Иглин районында талантлы артистар, үҙешмәкәр һәм көслө спортсылар күп. Улар Рәсәй һәм республика сараларында даими еңеү яулай. Әммә был өлкәләрҙә лә инфраструктураға бәйле проблемалар бар. Район мәҙәниәт йорто ни бары 250 кеше һыйҙырышлы, был 70 мең кеше йәшәгән райондың ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Бина етмәү сәбәпле, теләгән һәр кем түңәрәктәргә яҙыла алмай. Яңы мәҙәниәт йорто һәм боҙ аренаһы төҙөү планлаштырыла. Беҙҙә республика ярыштарында беренселекте бирмәгән көслө хоккейсылар бар. 2024 йылдың декабрендә спортсылар өсөн «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексын астыҡ.

Һеҙҙеңсә, Иглин районының үҙенсәлеге һәм уның башҡа төбәктәрҙән өҫтөнлөгө нимәлә?

– Эйе, Иглин районы республиканың башҡа төбәктәренән айырылып торған үҙенсәлектәргә лә эйә. Беренсенән, беҙҙең байлыҡ халыҡ, балалар. Уларҙың йылдан-йыл күбәйеүенә бик шатбыҙ: хәҙер беҙҙә 70 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ әүҙем, маҡсатлы, дәртле:  төрлө турист маршруттары уйлап табалар, трекинг уҙыштары үткәрәләр, ижади конкурстарҙа ҡатнашалар. Улар берҙәм, был айырыуса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороуҙа асыҡ сағыла: 19 ирекмәндәр штабы булдырылды. Кешеләр берләшеп, маскировка селтәрҙәре бәйләне, шәмдәр ҡойҙо, балаклавалар, иҫән ҡалыу беләҙектәре һәм башҡа күп нәмә эшләне.
Икенсенән, милли төрлөлөк – райондың тағы бер үҙенсәлеге. Бында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, белорустар, латыштар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре төпләнгән, был урындағы йолаларҙа, байрамдарҙа, аш-һыуҙа сағыла. Бер генә түгел, бер нисә быуат дуҫлыҡта, татыулыҡта, шатлығын ғына түгел, ҡайғыһын да бергә кисереп, бер-береһенә ярҙам итеп, йәшәй улар.
Өсөнсөнән, Иглин үҙенсәлекле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Башҡортостандың баш ҡалаһына яҡын булыуына ҡарамаҫтан, бында матур, тейелмәгән ҡаялар, тауҙар, күлдәр, йылғалар, баҫыуҙар, урмандар һаҡланған. Был туризмды әүҙем үҫтереүгә мөмкинлек бирә, райондың ошо йүнәлештә потенциалы ҙур.
Төп өҫтөнлөктәрҙең береһе уңайлы урынлашыуы. Иглин районы Өфө эргәһендә һәм ул баш ҡала агломерацияһына инә. Был транспорттың яҡшы, даими йөрөүен, үҫешкән инфраструктураны һәм төбәктең баш ҡалаһы менән тығыҙ иҡтисади бәйләнештәрҙе тәьмин итә.

Иглин районы аша М-5 “Урал” федераль трассаһы, Куйбышев магистрале тимер юлдары үтә, был төбәкте мөһим логистика үҙәгенә әйләндерә. Райондың үҫеш мөмкинлектәре киң. Өфөгә яҡынлығы арҡаһында ул торлаҡ төҙөү өсөн дә бик уңайлы.

Ғөмүмәне, Иглин районы йылдам үҫешен дауам итә, тормоштоң төрлө өлкәләрендә уңыштар ҡаҙана. Хакимиәттең тормош сифатын яҡшыртыуға һәм социаль инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге яҡты киләсәккә өмөт уята. Яуаплылыҡ, урындағы эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ күрһәтеү һәм граждандар йәмғиәтенең һәр эштә әүҙем ҡатнашыуы райондың артабанғы үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ булдырырға ярҙам итә.

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.

“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
“Беҙҙең байлыҡ – халыҡ һәм балалар”
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас