Йәмғиәт
30 Июль 2025, 13:15

Стәрлетамаҡта шәп байрам үтәсәк

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Стәрлетамаҡта шәп байрам үтәсәкСтәрлетамаҡта шәп байрам үтәсәк
Стәрлетамаҡта шәп байрам үтәсәк

8 һәм 9 августа Башҡортостанда креатив индустрия көнө үткәрелә. Был саралар Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Купец 2.0" фестивале майҙансығында ойошторола. Креатив индустриялар көнө ваҡиғаларының күбеһе белем биреү йүнәлешендә һәм асыҡ форматта уҙғарыла.

- Бөгөн креатив индустриялар иҡтисадта трендтар булдыра. Һәм беҙҙең маҡсат – перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөхит булдырыу. Системалы эш, шул иҫәптән федераль эксперттар менән диалог беҙҙең стратегияның нигеҙе. Шуға ла Башҡортостан еспубликабыҙ таланттарына ярҙам итә, дөйөм Рәсәй процестарына әүҙем ҡушыла, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

9 августа Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы креатив индустриялар үҫеше буйынса совет уҙғарыла. Программаны проект семинары йомғаҡлай.

Әйтергә кәрәк, 8 августан 10-ына тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында бишенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале лә - Башҡортостандың иң сағыу мәҙәни һәм туризм сараларыының береһе.

Быйылғы фестивалдең концепцияһы – “Таланттар байлығы”. Фестивалдең һәр бер көнө төбәктең уникаль мәҙәни кодын, халҡының һәм ҡунаҡтарҙың ижади потенциалын асыуға йүнәлтелгән.

Йолаға ярашлы, иң күләмле сара – илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һөнәрселәрҙең йәрминкәһе. Унда 300-ҙән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Рәсәй төбәктәренән һәм Ҡаҙағстандан оҫталар ҙа ҡатнашасаҡ.

Төп майҙансыҡ – Салауат Юлаев исемендәге сквер. Был - тарихи урын. Бында XX быуат башына тиклем сауҙа йәрминкәләре уҙғарылған.

Быйыл фестиваль Креатив индустрия көнөнә ярашлы үткәрелә.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас