Йәмғиәт
31 Июль 2025, 16:45

Өфөлә Мәскәүҙең турист-мәғлүмәт үҙәге асыла

Өфөлә Рәсәй ҡалалары буйлап турне сиктәрендә 1 - 3 августа Мәскәү туристик-мәғлүмәт үҙәгенең (ТИЦ) мобиль павильоны эшләйәсәк. Бында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Мәскәүҙең мәҙәни ваҡиғалары һәм иҫтәлекле урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт таба, баш ҡалаға сәфәр планлаштыра, сараларҙа ҡатнаша һәм ҡала курорты атмосфераһын тоя ала.

Өфөлә Мәскәүҙең турист-мәғлүмәт үҙәге асылаӨфөлә Мәскәүҙең турист-мәғлүмәт үҙәге асыла
Өфөлә Мәскәүҙең турист-мәғлүмәт үҙәге асыла

Өфөлә Рәсәй ҡалалары буйлап турне сиктәрендә 1 - 3 августа Мәскәү туристик-мәғлүмәт үҙәгенең (ТИЦ) мобиль павильоны эшләйәсәк. Бында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Мәскәүҙең мәҙәни ваҡиғалары һәм иҫтәлекле урындары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт таба, баш ҡалаға сәфәр планлаштыра, сараларҙа ҡатнаша һәм ҡала курорты атмосфераһын тоя ала. ТИЦ "Мәскәүҙә үҙ йәйеңде йый" концепцияһында биҙәлгән. Майҙансыҡтың мөһим элементы RUSSPASS һанлы туристик сервисына,  “Мәскәүҙә йәй” проектына һәм уларға индерелгән ваҡиғалар - “Киләсәк биләмәһе. Мәскәү 2030” форум-фестиваленә, “Мәскәү усадьбалары” фестиваленә арналған тематик кубтар.

“Киләсәк биләмәһе. Мәскәү 2030” форум-фестивале тураһында футуристик костюм кейгән актерҙан танып-белергә була.  Ул килеүселәрҙе фотобудка менән таныштыра, унда яһалма интеллект Мәскәүҙең фестивалдәре һәм иҫтәлекле урындары фонында фотолар тыуҙыра.

Был майҙансыҡ эргәһендәге тағы бер ҡыҙыҡлы деталь -  робот-эт. Павильон янында ял, XIX быуаттағы Мәскәү усадьбалары рухында биҙәлгән сәй зоналары ойоштороласаҡ. Бында графиня менән осрашырға мөмкин, ул ҡунаҡтарға боҙло сәй тәҡдим итә һәм Мәскәүсә сәй эсеү йолалары тураһында һөйләй.

Майҙансыҡтағы бөтә саралар бушлай үткәреләсәк, шул иҫәптән махсус VR-күҙлек кейеп баш ҡала буйлап виртуаль сәйәхәт тә түләүһеҙ. Үҙәк көн һайын 11:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем ҡаланың “Арт-квадрат” үҙәгендәге BOX-PARK киңлегендә эшләйәсәк.

Фото пресс-службы Мостуризма.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас