

Миграция мәсьәләләре тикшерелде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмә ултырышын үткәрҙе. Унда хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡтар етәкселәре, шулай уҡ төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә – республикала миграция закондарын күҙәтеү буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы мәсьәлә.
Башҡортостан Башлығы республиканың миграция сәйәсәте концепцияһының төп йүнәлештәрен билдәләне – йәмғиәттең һәм граждандарҙың именлеге, Рәсәй мәҙәнилеге оҡшашлығын, милләт-ара һәм дин-ара тыныслыҡты һәм килешеүҙе һаҡлау.
– Беҙҙең иҡтисадыбыҙ әүҙем үҫешеү шарттарында башҡа илдәрҙән хеҙмәт ресурстары кәрәк, –тине Радий Хәбиров. – Шуның менән бергә мигранттарҙы яраҡлаштырыу буйынса системалы эш мөһим, улар беҙҙең закондарҙы үтәргә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм традицияларыбыҙҙы хөрмәт итергә тейеш.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дуҫ илдәрҙән килгән граждандарҙы хеҙмәткә урынлаштырыу, этник берләшмәләр араһында аңлатыу эшен алып барыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.