Йәмғиәт
2 Август 2025, 21:40

“Мине ебәрегеҙ", ти олатаһы...

Ләйсән өләсәһен үҙе янына күсерергә теләй. Тик уға "ҡайғырып алырға" ваҡыт кәрәк. 

“Мине ебәрегеҙ", ти олатаһы...“Мине ебәрегеҙ", ти олатаһы...
“Мине ебәрегеҙ", ти олатаһы...

Билдәле яҡташыбыҙ, йондоҙло гимнастка Ләйсән Үтәшева олатаһының үлеме тураһында һөйләгән. Билдәле булыуынса, уның олатаһы менән өләсәһе Әлшәй районында йәшәй ине.

– Ул барыбыҙға ла тағы ла 13 йыл ғүмерен бүләк итте, бүләләрен күрҙе, беҙҙең менән Абу-Дабиҙағы мәсеткә барҙы. Мин ҡулымдан килгәнсә табиптарҙ таптым, уның өсөн ныҡ итеп көрәштек. Олатай бик әкрен һәм яйлап китте. Күберәк йоҡланы, һуңынан, көтмәгәндә, тағы ла һалҡын тейҙе, уның менән ул бик оҙаҡ сирләне,– тип уртаҡлашҡан Ләйсән.

Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, бер осорҙа ул олатаһы менән өләсәһен Мәскәүгә алып китергә маташа, әммә улар тик ҡунаҡҡа ғына килә һәм кире тыуған иленә ҡайталар. Раевкаға ҡайтҡандан һуң өс көн үткәс, олатаһы тағы ауырып китә.

– Тағы ла һалҡын тейҙерҙе, тағы ла мин шәфҡәт туташтарын, мөмкин булғандарҙың барыһын да уға ебәрҙем, ә ул шул тиклем инәлеп: “Мине ебәрегеҙ”, – тине. Ул йоҡлағанда, изге кеше кеүек китте, – тине ул.

Уның өләсәһе ире үлгәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт тыуған илендә йәшәргә ҡарар итә, сөнки, Ләйсән аңлатыуынса, “ҡайғырып алырға” ваҡыт кәрәк. Яҡташыбыҙ, әгәр ул ҡаршы булмаһа, өләсәһен үҙенә күсерергә ниәтләй.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас