Йәмғиәт
4 Августа 2025, 10:30

Быйыл конкурста ун ҡала ҡатнаша

Дөйөм алғанда бөтәһе 34 проект еңеп сыҡҡайны

Быйыл конкурста ун ҡала ҡатнашаБыйыл конкурста ун ҡала ҡатнаша
Быйыл конкурста ун ҡала ҡатнаша

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостанда төҙөкләндереү проекттары тураһында һөйләшеү булды. Аныҡлап әйткәндә, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова 2025 йылда X бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы тураһында һөйләне. Быйыл унда Башҡортостандан Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел һәм Дүртөйлө ҡалаларынан, шулай уҡ Үрге Йәркәй, Ҡырғыҙ-Миәкә, Кушнаренко һәм Шишмә ауылдарынан 10 ғариза ебәрелгән.

Конкурс ойошторолғандан алып Башҡортостандан йәмғеһе 34 проект еңеүсе булды, шуларҙың 27-һе тамамланған да инде.

– Конкурс проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә, был, үҙ сиратында, ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыуға йоғонто яһай һәм беҙгә ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә, – тине Ирина Голованова.

Билдәле булыуынса, Бәләбәй – өс тапҡыр, ә Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Учалы, Яңауыл икешәр тапҡыр еңеүсе булды.

Республиканың 17 ҡалаһында бөтәһе 24 урын яңыртылды һәм Николо-Березовка, Воскресенское һәм Йылайыр ауылдарында өс проект тормошҡа ашырылды.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына төҙөкләндереүҙе ваҡытында үткәреүгә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты һәм яңы ғариза кампанияһында ҡатнашыусы проекттарға уңыштар теләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас