Йәмғиәт
4 Август 2025, 11:30

Өфө учреждениелары ла иғтибар үҙәгендә

Быйыл алты медицина ойошмаһының һигеҙ бинаһы ремонтлана

Өфө учреждениелары ла иғтибар үҙәгендәӨфө учреждениелары ла иғтибар үҙәгендә
Өфө учреждениелары ла иғтибар үҙәгендә

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Өфө ҡалаһында урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу тикшерелде. 2025 йылға пландар тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министрының урынбаҫары Роберт Иштуҡов хәбәр итте.

Программа сиктәрендә 2025 йылда алты медицина ойошмаһының дөйөм суммаһы 195 миллион һумлыҡ һигеҙ бинаһын ремонтлау күҙаллана. Мәҫәлән, 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлексәһендә һәм Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиника бүлексәһендә комплекслы капиталь ремонт бара. Республика клиник наркодиспансерының өс стационарында һәм Республика клиник инфекцион дауаханаһы стационарындаһайлап капиталь ремонт башҡарыла. Тағы ла ике бинала – 50-се поликлиникала һәм 18-се Ҡала клиник дауаханаһында ауыр ҡорамалдар ҡуйыу өсөн биналар әҙерләнә.

Роберт Иштуҡов хәбәр итеүенсә, модернизациялау программаһы буйынса 2025 йылда Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 78 берәмек ҡорамал, 1 370 берәмек мебель һәм 427 берәмек оргтехника аласаҡ.

– Медицина ойошмаларын яңыртыу – ул капиталь ремонт ҡына түгел, ә табиптарҙың һәм пациенттарҙың уңайлылығына яңы ҡараш, – тине ул.

Республикала, шул иҫәптән Өфөлә, беренсел звеноны ремонтлау 2024 йылда Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған өлкәндәр поликлиникаларының берҙәм дизайн-проектына ярашлы алып барыла.

– Федераль программа сиктәрендә ауыл медицина учреждениеларын тәртипкә килтерәбеҙ, бер юлы алты поликлиника төҙөйбөҙ. Әммә Өфө бер программаға ла инмәне, шуға күрә беҙ республика программаһын раҫланыҡ. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән, был ваҡытҡа беҙ аныҡ файҙа алырға тейешбеҙ, – ине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас