Йәмғиәт
4 Август 2025, 16:15

“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”

Бөгөн, 4 августа, Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекттары менән танышты.

“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”
“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”

Бөгөн, 4 августа, Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекттары менән танышты.

Улар иҫәбендә ҡаланың иң боронғо урамдарының береһе Совет урамы ла бар (элек Воскресенск урамы тип аталған). 2024 йылда был башланғыс “Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Эштәрҙе үткәреүгә 90,2 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Республика Совет урамын яңыртыуға өҫтәмә рәүештә 47,6 миллион һум йүнәлткән. Тағы 1,4 миллион һум – муниципаль бюджет саралары.

Проект «Воскресенск рәттәре»тип атала. Уны ҡала халҡы ҡатнашлығында «Ҡала реновациялары» ойошмаһы һәм Благовещен районы хакимиәте белгестәре әҙерләгән. Благовещен хакимиәте башлығы Руслан Абдрахманов хәбәр итеүенсә, 2021-2022 йылдарҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу арҡаһында Совет урамы участкаһында йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә алған «Тамырҙарға ҡайтыу» проектын тормошҡа ашыралар. «Воскресенск рәттәре» проекты урамдың заманса инфраструктураһын формалаштырыуҙы тамамлай.

Подрядсы – «РефСтройПроект» компанияһы объектты 2025 йылдың ноябрендә тапшырырға ниәтләй. Бынан тыш, муниципалитет йәйәү йөрөү зонаһын яҡшыртыу һәм юл япмаһын ремонтлау өсөн Совет урамында электр менән тәьмин итеү селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороуҙы финанслай. Шулай итеп, Совет урамында автомобиль юлы һаҡланасаҡ, йәйәүлеләр зонаһы һәм йәшеллектәр менән йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа киләсәк. Территория үҙ эсенә яңы тротуарҙар, күҙәтеү майҙансығы, автотуҡталҡа, урам һәм декоратив яҡтыртыу, шахмат һәм өҫтәл теннисы өсөн уйын зоналары, ял зоналары кеүек ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә аласаҡ. Бында навигация билдәләре, видеокүҙәтеү һәм тауыш тураһында хәбәр итеү системалары монтажлана, шулай уҡ ҡала символикаһы менән декоратив конструкциялар урынлаштырыла.

Радий Хәбиров шулай уҡ «Машиностроитель» ҡала паркында яңы футбол стадионы төҙөү проекты менән танышты. Объект тарихы 1970 йылдарға барып тоташа. Бында спорт һәм мәҙәни саралар үтә, шулай уҡ урындағы “Мираж” командаһының һәм муниципалитеттың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең күнекмә базаһы урынлашҡан.

Бынан тыш, 2013 йылда Благовещен районында “Кристалл” футбол командаһы ойошторола, унда 120-нән ашыу бала шөғөлләнә. Әммә стадион ваҡыт үтеү менән туҙған. Район хакимиәте ПОЛИЭФ компанияһы (СИБУР холдингы составына инә) менән берлектә яңы спорт ҡоролмаһы төҙөү проектын әҙерләй. Ул 95×55 м ҙурлыҡтағы яһалма газон һалыуҙы, шулай уҡ 250 урынлыҡ трибуналар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығын рекреацион зона биләмәһендә балалар һәм йәштәр өсөн заманса скейт-парк булдырыу буйынса СИБУР проекты менән таныштырҙылар.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы республиканың тораҡ пункттарын төҙөкләндереү проекттарының көнүҙәклеген билдәләне.

– Ҡаланың этаплап эҙмә-эҙлекле үҙгәреүе ҡыуаныслы. Бындай йәмәғәт киңлектәре халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, бөгөн республикала “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙең ете проекты тормошҡа ашырыла. Быйыл уларҙың икәүһен Баймаҡта һәм Верхоторҙа тамамларға ниәтләйбеҙ.

Фото: glavarb.ru

 

“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”
“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”
“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”
“Халыҡ өсөн, ғаилә ялы өсөн мөһим”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас