

Балтас районының Тоҙлоуба ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Светлана һәм Радик Калиевтар “Иң төҙөк йорт” бәйгеһендә Көнтүгеш ауыл биләмәһенең данын яҡлап ҡатнашҡан.
Уларҙың хеҙмәт йылдары Когалым ҡалаһында үткән. Светлана ханым Йошкар-Ола ҡалаһында Мари дәүләт университетын тамамлағандан һуң 37 йыл буйына балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләгән. Радик Сәләғүтдин улы Төмән ҡалаһында Нефть-газ университетын тамамлап, бөтә ғүмерен нефть сығарыуға бағышлай. Ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнмәксе булалар. Тәүҙә Бөрө ҡалаһында фатир һатып алалар. Аҙаҡ Тоҙлоубала кирбестән йорт һалырға тотоналар. Уларҙың гөл-сәскәгә күмелгән йорто ожмахты күҙ алдына баҫтыра.
– Сәскә үҫтереү оло хеҙмәт ул. Сабырлыҡ та, тырышлыҡ та талап итә. Иртә яҙҙан пиондарҙың дүрт төрө шау сәсәккә төрөнә. Лилиәләрем – ҙур ғорурлығым. Уларҙы бик яратам. Петунияларға мөхәббәтем көслө, – ти хужабикә. – Уларҙың һигеҙ сорты баҡсамды биҙәй.
Калиевтарҙың гөл-сәскәгә күмелгән йортто ауылдаштарҙы ғына түгел, ауылға аяҡ баҫҡан һәр кемде һоҡландыра, матурлығы менән әсир итә.
Фото:”Балтач таңнары” гәзите.