Йәмғиәт
6 Август 2025, 04:00

Шок! Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән!

Бер кеше, яҡынса, уның концерт директоры, яраланған... 

Шок! Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән!Шок! Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән!
Шок! Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән!

Кисә кис менән ҡурҡыныс яңылыҡ билдәле булды. Яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаеваның төркөмөнә айыу һөжүм иткән.

Ул иртәнсәк үҙенең төркөмө менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бер-береһен һағыныуҙары, шуға бергәләп ял итергә булыуҙары тураһында әйтте. Гөлназ видеола нисек итеп урманда ҡаҙанда ашарға әҙерләүҙәрен, көлөшөп аралашыуҙарын күрһәтте.

Әммә көтмәгәндә артистар ҡурҡыныс хәлгә юлыҡҡан. Уларға айыу һөжүм иткән. Был туралағы ҡурҡыныс кадрҙарҙы ул социаль селтәрендә һалды.

Ҡапыл ҡалҡыулыҡтан гөрһөлдәп айыу килеп сыға һәм уларға ташлана. Кешеләр ҡысҡырышып йүгереп ҡаса.

Һуңғараҡ Гөлназ тағы бер фото һалды. Унда ашығыс ярҙам машинаһы эсендә ултырған, ҡанға батҡан кеше һүрәтләнгән. Ул – Гөлназдың концерт директоры Вадим Фәтхинуров.

Шунан һуң йырсы башҡаса бәйләнешкә сыҡманы. Уның һәм төркөмө менән барыһы ла яҡшылыр тип уйлайбыҙ. Ә урманда һаҡ булырға кәрәклеген онотмайыҡ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас