Йәмғиәт
7 Август 2025, 18:00

Аңһыҙ ҡазанан мәрхүмә әсәйемдең рухы араланы

"Төштөм дә үҙ күҙемә үҙем ышанманым: бер нисә минут элек кенә мине уҙып киткән еңел машина арбалы атҡа бәрелгән ине. Урман юлынан килеп сыҡҡан, бер ниндәй сигнал биреү билдәләре булмаған атлыны водитель ҡараңғы төндә абайламаған, әлбиттә. Бәхеткә күрә, арбаға бесән тейәп ҡайтып килгән бабай иҫән, аҙыраҡ бит-ҡулы һыҙырылған, бер аяғына аҡһаңҡырай. Ә бына ат ауыр хәлдә, саҡ тын алып ята, тимәк, төп бәрелеү тап малҡайға тура килгән. Еңел автомобиль водителе нимә эшләргә белмәй ыуалана..." - тип һөйләне Иҙрис ағай... 

Аңһыҙ ҡазанан мәрхүмә әсәйемдең рухы араланыАңһыҙ ҡазанан мәрхүмә әсәйемдең рухы араланы
Аңһыҙ ҡазанан мәрхүмә әсәйемдең рухы араланы

Оҙаҡ йылдар алыҫ араға йөк ташыған, халыҡсан итеп әйткәндә “дальнобойщик” Иҙрис исемле ағай һөйләне был тарихты.

“Бер ваҡытта ла төрлө ырымдарға, хөрәфәттәргә ышанып етмәнем. Беҙҙең шофер халҡы араһында ундай нәмәләр ныҡ күп ул былай: ҡара бесәйҙән башлап һәр хөрәфәткә тиерлек ышаныусылар етерлек. Үҙем юлға сыҡҡанда гел “Фатиха” сүрәһен уҡыйым. Ошо доға нисектер ышаныс, һаҡлыҡ тойғоһо бирә кеүек.

Бер мәл, һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл булды.

Төндә алыҫ юлда китеп барам. Ҡапыл алдымда ҡул болғап торған бер аҡ шәүлә күренде, шул секундта ҡолағыма әсәйем мәрхүмәнең тауышы ишетелгәндәй булды: “Улым, туҡта!” Тәгәрмәстәрҙе һыҙғыртып, тормозға баҫып, юлдан ситкә сығып туҡтаным. Шул секундта янымдан геүләп еңел машина үтеп китте. “Әллә йоҡлап барам инде” тип, күҙемде ыуып, тирә-яғыма ҡарайым. Теге аҡ шәүлә бер ерҙә лә күренмәй. Бер минут самаһы ултырҙым да ҡуҙғалдым.

Бер саҡрым самаһы китеп тә өлгөрмәнем, юлда авария булыуын күреп, тағы туҡтаным. Төштөм дә үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым: бер нисә минут элек кенә мине уҙып киткән еңел машина арбалы атҡа бәрелгән ине. Урман юлынан килеп сыҡҡан, бер ниндәй сигнал биреү билдәләре булмаған атлыны водитель ҡараңғы төндә абайламаған, әлбиттә. Бәхеткә күрә, арбаға бесән тейәп ҡайтып килгән бабай иҫән, аҙыраҡ бит-ҡулы һыҙырылған, бер аяғына аҡһаңҡырай. Ә бына ат ауыр хәлдә, саҡ тын алып ята, тимәк, төп бәрелеү тап малҡайға тура килгән. Еңел автомобиль водителе нимә эшләргә белмәй ыуалана.

– Йәшәгән ерең алыҫмы? – тип һорайым бабайҙан.

– Юҡ, ана уттары күренә, бер саҡрым самаһы.  

– Атыңды салырға кәрәк, хәҙер йән бирәсәк бит, – тинем.

Бабайҙың күҙенән йәштәре субырлап килеп сыҡты, шулай ҙа ризалашты.

Бысағым бар ине, бахыр малҡайҙы салырға тура килде. Күп тә тормай юл-патруль хеҙмәткәрҙәре килеп, аварияны теркәү, тикшереү эшен башланы. Мин юл ситендә торған машинама ыңғайланым. Шул саҡ тағы теге аҡ шәүләне һәм әсәйемдең туҡтарға ҡушыуын иҫләп, туҡтап, артыма боролдом. Тимәк, мәрхүмә әсәйем мине иҫ киткес ҙур ҡазанан аралаған булып сыға бит! Атлы бабайға еңел машина түгел, ә бер нисә тонналыҡ ҙур йөк машинаһы килеп менһә, атынан да, үҙенән дә нимә ҡалыр ине? Уйлауы ла ҡурҡыныс!

Был хәлде нисек аңлатырға ла белмәйем. Һәр сәфәр алдынан уҡыған доғаның көсө булдымы? Әллә әсәйемдең изге рухының тылсымымы? Был донъяның беҙ аңлап бөтмәгән серҙәре күптер шул...”

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас