

Оҫта гармунсы, йырсы, ҡумыҙсы, өҙләүсе Хәйбулла ҡыҙы Гөлфиә Хәләфетдинованы күптәр умартасы булып китеүен белмәйҙәрҙер әле. Быйыл Гөлфиәнең 10-ға яҡын умартаһы бар, хәҙер ул егәрле нәҙекәйбилдәргә гармун уйнап, кәрәҙ тултырта. Баҡтиһәң, ҡорттар ҙа быз-быз килеп, матур көйгә яраҡлашып та китә икән.
-Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә күптән теләк бар ине. Сөнки атайым бер мәл умарта тотто, шуға күрә был шөғөл күңелемә яҡын. Хаҡлы ялға сыҡҡас, атайым нисектер күңелһеҙләнеп ҡалды. Ниндәйҙер яңы кәсепкә тотонғоһо килде, ялда рәхәтләнеп ултыра белмәне. Баймаҡ районының Аҡморон ауылында бер туған Шәһит ҡустыһы күпләп умарта тота ине. Йәй көнө уларға ярҙамлашып, ҡорт тотоу серҙәре менән танышты һәм көҙгөлөккә батман-батман бал тотоп, ҡустыһынан бүләккә 5-6 умарта алып ҡайтты. Яҙғылыҡҡа был ҡорттар яҡшы сыҡты, әммә ҡоролоҡ йылдарында аҡрынлап кәмей барҙы.
Бал ҡорттарына ысыҡ та, ышыҡ та кәрәк. Яҙ көнө буш торған умарталырҙы күреп, атайым менән кәңәшләштек тә яңынан “пакет”тар һатып алып ҡортсолоҡҡа тотондоҡ. Быйыл йыл бал ҡорттары өсөн яҡшы, бал бар, сәскәләрҙән-сәскәләргә ҡунып, егәрләнеп бал йыйған ҡорттарға ҡарап, күңелемдә бер нисә йыр ҙа барлыҡҡа килде. Уларҙы тиҙ генә яҙып та барам. Бына шулай сәскәле сәхрәләрҙә бал ҡорттары менән бергәләшеп ижад итәбеҙ, - йылмая Гөлфиә Хәләфетдинова.
Бал тотҡан – бармағын ялаған, ти халыҡ мәҡәле лә. Йыл әйләнәһенә баллы бармаҡты ялау өсөн көнө-төнө эшләргә, нәҙекәйбилдәрҙән һис тә ҡалышырға ярамағанын Хәйбулла ҡортсоһо үҙ миҫалында яҡшы аңлай.
Татлы шөғөл оҫталарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Гөлфиә Хәләфетдинова.