

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә төҙөлөш хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Төҙөүселәр көнө менән ҡотланы.
“Былтыр Башҡортостанда 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Бер кешегә 30 квадрат метр тура килә һәм был – һәйбәт күрһәткес. Дөйөм алғанда, республикалағы 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды”, – тип яҙҙы ул. Андрей Назаров билдәләүенсә, республика бер нисә йыл рәттән федераль рейтингта алтынсы урында килә. 1029 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итә алыуыбыҙ айырыуса мөһим. Бынан тыш, авариялы торлаҡтан күсереү эше лә бара – 1120 кеше 18 мең квадрат метр торлаҡ менән тәьмин ителде.
“Төҙөүсе һөнәре бер ҡасан да иҫкермәйәсәк, бер ниндәй яһалма интеллект та уны алмаштыра алмаясаҡ”, тип яҙа ул.
Фото: А.Г. Назаровтың социаль селтәренән.