Йәмғиәт
11 Август 2025, 07:00

Баймаҡ мэры вазифаһын ҡалдырҙы

Ул 2024 йылдың октябрендә икенсе срокка һайланған ине

Баймаҡ мэры вазифаһын ҡалдырҙыБаймаҡ мэры вазифаһын ҡалдырҙы
Баймаҡ мэры вазифаһын ҡалдырҙы

Баймаҡ ҡала хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев бөгөн үҙ теләге менән вазифаһынан китте. Ни өсөн һәм ҡайҙа китеүе хәбәр ителмәй. Был хаҡта ҡала мэре үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә.

"Ҡала халҡына ышанысы өсөн рәхмәт. Беҙ бергә хыял иттек, уларҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән китәм. Алда - яңы офоҡтар һәм хыялдар", - тип яҙған Радмир Иҫәнбаев.

Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев Баймаҡ ҡалаһына 2022 йылдан етәкселек итә. Ул 2024 йылдың октябрендә икенсе срокка һайланған ине. Үҙен оҫта етәксәе итеп танытҡан Радмир Фитрат улына артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Радмир Иҫәнбаев

Автор:Карима Усманова
Читайте нас