Йәмғиәт
12 Август 2025, 13:00

Башҡортостандан матур ер юҡ, ти азербайжан егете

Ғаилә менән күмәкләп эшләгәс, һынатмайҙар.

Башҡортостандан матур ер юҡ, ти азербайжан егетеБашҡортостандан матур ер юҡ, ти азербайжан егете
Башҡортостандан матур ер юҡ, ти азербайжан егете

Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре мәлендә байтаҡ  ябай, уңған ғаиләләр менән осраштыҡ. Һәр ҡайһыһы был тормошта хеҙмәт аша үҙ юлын табып, тырышып донъя көтә.

Ғаиләләре  менән ер еләге, ҡурай еләге үҫтереүгә тотонған Әлфиә Ильясова менән Фаиг Аббасов 2020 йылда ошо йүнәлештә үҙҙәренең эшен ойоштора, киләсәген дә улар ошо тармаҡта күрә.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, улар икеһе лә ҡалала тыуып-үҫкән. Ғаилә башлығының ерҙә емеш-еләк үҫтереп ҡарау хыялы көслө була. Тәүҙә бер гектар ер алып еләк үҫтереп ҡарайҙар, бөгөн был майҙан 2,5 гектарға етә. Бер үк ваҡытта ҡурай еләге майҙанында ла эш гөрләй. Эшселәр йәлеп итеүе еңелдән түгел, шуға ла эш күпселек үҙҙәренең иңенә төшә. Был йәһәттән балалары, шулай уҡ Фаигтың атаһы - төп таяныстары.

– Атайым сығышы менән Азербайжандан. Ҡарбуз, ҡауын үҫтереү буйынса уның тәжрибәһе беҙҙең эштә лә ныҡ ярҙам итә. Үҙем бала саҡтан Башҡортостанда йәшәйем. Бик яратам был төбәкте. Ҡайҙалыр ситкә сығып китһәм, һағына башлайым. Башҡортостандан да яҡшыһы юҡ. Кешеләре лә һәйбәт, таҙа ла, тәбиғәте лә матур, – тип һөйләне Фаиг Вагиф улы.

Тырышҡан кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Был ғаилә лә тырышлығы менән уңышҡа өлгәшә. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, көн һайын баҡса участкаларына киләләр, ҡайһы саҡта ҡунып ҡалырға ла тура килә. Таңғы сәғәт 4-5-тә эш башлаһалар ҙа зарланмайҙар. Бында барыһы ла  көйгә һалынған. Һыу цистернаға тултырыла. Бер аҙ йылынғас, емеш-еләккә һибелә. Һибеү эштәре автоматлаштырылған.

Яҡшы уңыш алыу өсөн беҙҙең төбәккә яраҡлаштырылған сорттарҙы ултырыртырға тырышалар. Европанан да үҫентеләрҙе ҡайтарғандар. Ер еләге уңышы әле тамамланыуға бара.  Ҡурай еләгенең өлгөрөүен август айында көтәләр һәм ул ҡышҡа тиклем уңыш бирә.

Әлеге көндә киләһе йыл уңышы өсөн хәстәрлек саралары ла алып барыла.

Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүҙең  үҙ нескәлектәре бар. Белем дә талап итә ул. Ошо маҡсатта Әлфиә ханым ер еләген үҫтереү буйынса курстарҙы тамамлаған. “Беҙҙең эштә агроном да, иҡтисадсы ла, эшҡыуар ҙа булырға кәрәк”, – ти ул.

Үҫтерелгән уңышты Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына һатыуға алып сығалар, үҙҙәре килеп алыусылар ҙа бар.

– Уңыш йылына ҡарап инде. Быйыл ер еләге өлгөрөү менән ямғырҙар, һыуыҡтар булды, шуға уңыштың бер өлөшө  юҡҡа сыҡты. – тип ауыр мәлдәрен дә әйтеп алды әңгәмәселәрем.

Нисек кенә ҡыйын булһа ла, зарланып ултырырға ла күнекмәгәндәр. Майҙанды тағы ла киңәйтеү маҡсаттары менән янып йәшәйҙәр.

– Йыл әйләнәһенә эшләй торған теплица төҙөргә, тигән хыялыбыҙ бар. Унда уңышты йыл дауамында алырға мөмкин буласаҡ, – тиҙәр.

Сәскә, емеш-еләк  үҫентеләрен дә үҫтереп һаталар. Бер генә минут та буш ултырырға күнекмәгәндәр.

Ошо рәүешле балаларын да хеҙмәткә йәлеп итеп үҫтерә уңған ғаилә.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас