Йәмғиәт
13 Август 2025, 18:00

Кавказ күстәнәсе үлемесле, эсмәгеҙ!

Өфөлә тағы бер кеше реанимацияға эләкте. Ул да һуҡырайған.

Кавказ күстәнәсе үлемесле, эсмәгеҙ!Кавказ күстәнәсе үлемесле, эсмәгеҙ!
Кавказ күстәнәсе үлемесле, эсмәгеҙ!

Башҡортостанда Сочиҙың ағыулы чачаһын эсеп, тағы бер кеше реанимацияға эләккән. 60 йәшлек ирҙе юлдашы поезда шул эсемлек менән һыйлаған.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ир әле Өфөләге 21-се дауаханаға оҙатылған. Ул реанимацияла ауыр хәлдә ята. Уның да күҙҙәре күрмәй.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, ул - чачалағы метанол менән ағыуланған өсөнсө пациент. Дауаханаға шулай уҡ 8 августа 30 йәшлек ир эләгә. Әле уның хәле тотороҡло, ыңғай динамика бар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Сочиҙа һатып алған чача менән ағыуланған 36 йәшлек ҡатын вафат булған ине. Илдә ҡорбандар һаны 12-гә етте.

Метил спирты кешене һуҡырайта, бөтә организмын ағыулай. Эсмәгеҙ!

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас